✔️Йәмәғәт урынында ағас ултыртығыҙ. Берәй кеше йәки хайуан уның күләгәһендә ултырған һайын һеҙгә әжер-сауаптар килеп торасаҡ.
✔️Ислам дине тураһында дөрөҫ һәм файҙалы китаптар менән бүлешегеҙ.Әгәр берәйһе уларҙы тормошта үҙе файҙаланһа йәки балаларына, яҡындарына өйрәтһә, һеҙ ҙә бының өсөн әжер-сауаптар алып торасаҡһығыҙ.
✔️Кем дә кем үҙе өсөн доға ҡылыусы бала тәрбиәләп ҡалдырһа, уға әжер-сауап яҙыла. ✔️Юл, күпер һалдырыу, хәстәхана төҙөтөү кеүек эштәргә лә әжер-сауап яҙыла.
Тик быларҙы кешеләр маҡтаһын өсөн түгел, Аллаһ ризалығы өсөн тип, дөрөҫ ниәт менән эшләгеҙ!