Был хаҡта Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмө хәбәр итә. Әлеге мәлдә ул яраланғандан һуң ҡыҫҡа ваҡытлы ялда икән. Яугир хатта махсус хәрби операция биләмәһендә өйҙә үҙен туғандары көтөүен һәр ваҡыт иҫендә тота.
– Осрашыу уҡыусылар өсөн бик тулҡынландырғыс һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды. Уҡыусылар аныҡ миҫалда ысын геройҙарҙың беҙҙең менән йәнәшә йәшәүен, унда батырлыҡтың, Ватанға һөйөүҙең һәм үҙ иленең ысын гражданы булыуҙың сифаттарын күрҙе! – тиелә төркөмдә.
Фото: Т. АМАНОВ.