Милләттәшебеҙ Әлфиә асҡан музейҙа күпселекте Табын һәм Көҙәй ырыуҙары экспонаттары тәшкил итә. Кәлсер-Табын волосына ингән Юлыҡ ауылында йәшәгән Закир Ибәтуллиндың документтары, Ҡарпат тауы яғында хеҙмәт иткәндә үҙе эшләп алған ҡурайы, Ҡөрьән китаптары, ҡатыны Зәлифәнең камзулы, ейәндәренең фотоһүрәттәре түргә эленгән. Кәлсер-Табын волосы йорт старшинаһы Нуғайсура Арыҫлановтың тоҡомдары олаталарының мираҫын һаҡлап ҡалған һәм уларҙың тормош юлын, илебеҙ, халҡыбыҙ тарихын ошо музей аша еткерәләр.
– Милләттәштәребеҙ өсөн 6 көнлөк бушлай экскурсиялар ойошторорға булдым. Ул 27 октябрҙан алып 1 ноябргә тиклем үтәсәк. Ә 27 – 30 тиклем экскурсия көнөнә бер генә була. Киске сәғәт 6—нан 9-ға тиклем. 31, 1 көнөнә иртәнге ундан алып кискә тиклем өс төркөм килә ала. Һәр төркөмгә өсәр сәғәт ваҡыт бүленә.
Программала боронғо әкиәттәр буйынса квест, оҫталыҡ дәрестәре, башҡортса, боронғо ҡағиҙәләр менән башҡорт сәйе эсеп, матур әңгәмәләр үткәрәбеҙ. Башҡорт халҡы мәсьәләләре тураһында һөйләшәбеҙ. Артефакттар, тарих һөйләүгә 40 минутлап ваҡыт бүләбеҙ. Әңгәмә ваҡытында дауам итәбеҙ. Рәхим итегеҙ! – ти Әлфиә Йосопова.
Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо телефон буйынса 89373435174 алырға була.