Уның ошо күркәм юбилейы журналистика ветерандары, журналистика бүлеген тамамлап, төрлө киң мәғлүмәт сараларында эшләп йөрөүселәр ҡатнашлығында киң билдәләнде.
Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина әйтеүенсә, журналистика кафедраһының асылыуы ҙур мәғәнәгә эйә, сөнки элек ул рус филология факультетында эшләп килгән. Бында ике телдә лә фекерләгән, республикабыҙҙа йәшәгән төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтен белгән журналистарҙы әҙерләү күҙ уңында тотола.
– Журналистика кафедраһының үҫешен күрәбеҙ. Сөнки Берҙәм дәүләт имтихан һандары буйынса журналистика бүлеге студенттары университет буйынса беренсе урында килә. Был – ҙур ҡаҙаныш. Ошо бүлектә уҡыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән студенттар иҫәбенә ошо бүлектә уҡыусыларҙың һаны 500-гә яҡын. Йыл һайын 50-нән алып 80-гә тиклем студент әҙерләп сығарабыҙ. Уларҙың күбеһе үҙҙәренең тыуған яҡтарына ҡайтып китә. Киң мәғлүмәт сараларында эшләүселәр тап беҙҙең журналистар булыуына бик ғорурланабыҙ. Иҫәпләүҙәр буйынса, әлеге мәлдә журналистарҙың 90 процентҡа яҡыны – ошо журналистика кафедраһының сығарылыш студенттары, – тине Гөлфирә Риф ҡыҙы.
Рәмзиә МОСТАФИНА, филология фәндәре кандидаты, журналистика кафедраһы мөдире:
– Журналистика кафедраһы 1989 йылда Миҙхәт Ғәйнуллин, Ғиниәт Сафиулла Ҡунафин, Баязит Ғәлимов кеүек атаҡлы ғалимдарыбыҙ, ижтимағи эшмәкәрҙәребеҙ тарафынан асылған. Уның тәүге ҡарлуғастары 1994 йылда сығарыла. Утыҙ биш йыл эсендә уңыштары бик күп, үҙгәрҙе, үҫте. Бөгөнгө сара ла юғары дәрәжә алғаныбыҙҙы күрһәтә, юғары урындарҙа эшләгән журналистарыбыҙ күп. Улар үҙҙәренең һөнәренә тоғро ҡалып, бөгөн – республикабыҙҙың милли журналистикаһын үҫтергән журналистар.
Журналистика кафедраһы заман менән бергә атларға, яңынан-яңы йүнәлештәр асырға тырыша. Бөгөн бакалавриатта дүрт йүнәлеш эшләй. Өр-яңы йүнәлешебеҙҙә көнсығыш телдәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнгән журналистар әҙерләйбеҙ. Телерадиокомпаниялар, матбуғат баҫмаһы өсөн – дүрт йүнәлеш. Магистратура ла бөгөнгө заман талаптарына яуап биргән уҡыу программаһы буйынса уҡыйҙар. Шуны ла әйтергә кәрәк: йыл һайын журналистика йүнәлешенә конкурс бик тә юғары булыуы шатландыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаҙнаны бик аҙ бүләләр. Быйыл, мәҫәлән, 7 генә ҡаҙна урыны булды. Шуға ҡарамаҫтан, беренсе курсҡа 70 бала алдыҡ. Былтыр ҙа ошо сама уҡырға килгәйнеләр.
Журналистика һөнәренә иғтибар арта, ул һәр ваҡытта кәрәкле һөнәр булып ҡаласаҡ. Киләсәктә лә бөгөнгөләй һөнәренә тоғро ҡалған, милли журналистиканы үҫтергән йәштәр данлар һәм улар журналистикала ҡалыр, тип өмөт итәбеҙ.
Журналистика кафедраһын юбилейы менән ҡотлайбыҙ, тырыш, әүҙем, үҙ һөнәрен яратҡан студенттар килеүен, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.
АВТОР фотолары.