✔️ Имам-хатипҡа мөмкин тиклем яҡыныраҡ булған сафтан урын алыу (ләкин һуңға ҡалған кешенең, унан алда килгәндәрҙе этеп-төртөп, алдағы сафтарҙа үҙенә урын табырға тырышыуы ярамаған эш һанала);
✔️Имам-хатиптың йома хөтбәһен (вәғәзен) бер һүҙ ҙә өндәшмәй, шым ғына тыңлап ултырыу;
✔️ Аллаһҡа доғалар менән мөрәжәғәт итеү; ✔️ Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәткә күп итеп салауат-сәләмдәр әйтеү;
✔️ «Әл-Кәһф» («Мәмерйә») сүрәһен уҡыу.