Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Октябрь 2024, 10:15

«Һәр беребеҙ еңеүгә ышана»

Стәрлетамаҡ районынан «Ҡаҙаҡ» ҡушаматлы яугир, махсус хәрби операцияла ҡатнашыуҙы тормошондағы мөһим ҡарарҙарҙың береһе, тип һанай.

«Һәр беребеҙ еңеүгә ышана»«Һәр беребеҙ еңеүгә ышана»
«Һәр беребеҙ еңеүгә ышана»

Унда барыуҙы үҙе хәл иткән.

– Бөгөн, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы кеүек үк, Украинала немец тәреләре менән хәрби техника бар. Ә беҙ, олатайҙарыбыҙ һәм ҡартаталарыбыҙ кеүек үк, фашист свастикаһы менән дошман танктарын юҡ итәбеҙ. Ата-бабаларыбыҙҙың ни өсөн көрәшкәнен аңлайбыҙ. Һәр беребеҙ  үҙ көсөбөҙгә һәм еңеүгә ышана.

Милләтем буйынса мин ҡаҙаҡмын. Әммә сығышым  менән Башҡортостанданмын. Ни өсөн фронтҡа китеүемде һорағас, мин: «Рәсәй – ул мин тыуған һәм үҫкән урыным. Был минең тыуған ерем һәм мин уны яҡлайым», – тип яуап бирҙем, – ти ул.

Әйткәндәй, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып,  хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән тәүәккәл аҙымдары  өсөн гвардия кесе сержанты  дәүләт наградаһына ла тәҡдим ителгән.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас