Үҙенсәлекле сараны Башҡортостандың «Беренселәр хәрәкәте» балалар һәм йәштәр хәрәкәте һәм төбәктең Спорт министрлығы ойошторҙо.
Нимә һуң ул медиа футболы? Ғәҙәттәге спорт уйынынан ул ижади ҡағиҙәләре менән айырыла. Мәҫәлән, команда ҙур иҫәп менән отолоп барһа ла, һуңғы минуттарҙа индерелгән «ҡыҙыл туп» уйын барышын тулыһынса үҙгәртә ала. Ә кисәге чемпионаттың үҙенсәлеге - унда билдәле шәхестәр ҡатнашты. Баштан барыһы ла яҡташ спортсыларҙан - кикбоксинг буйынса ярыштарҙың күп тапҡыр триумфаторы һәм бокс буйынса КМС Илнар Ишембаевтан, Олимпия чемпиондары, шорт-трексы Семен Елистратовтан, фехтование оҫтаһы Алина Заһиҙуллинанан автограф алды, ҡуша фото төштө. Артабан спорт байрамын асҡандан һуң йыйылыусылар, алда уйын, шуға ла ҡағиҙәләрҙән ситкә тайпылмау мөһим тип БР-ҙың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың VII саҡырылыш депутаты Джефф Монсон менән тәнде ҡыҙҙырыу өсөн разминка яһаны.
Был көндө ҡаплы майҙанда Плей-офф уйындары үтте. Унда «Беренселәр хәрәкәт» әүҙемдәре билдәле спортсылар менән уйнаны. Футболдан тыш, тамашасыларға мауыҡтырғыс челлендждар, конкурстар, асыҡ күнекмәләр тәҡдим ителде. Көйәрмәндәр үҙҙәрен төрлө интерактив зоналарҙа һынаны. Фехтование буйынса Олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллинаның оҫталыҡ дәресендә спортсы ҡылысты дөрөҫ тоторға, үҙенде һаҡлау һәм еңеү өсөн стойкала торорға өйрәтте. Был спорт төрөндә үҙҙәрен һынап ҡарарға теләүселәр күп булды.
- Бөтә йәш фехтовальщиктарға мотлаҡ спорт менән шөғөлләнергә, маҡсат ҡуйырға һәм уларға барырға кәңәш итәм. Иң мөһиме - остаздарыбыҙҙы тыңлау, сөнки беҙҙең һөҙөмтә яҡындарыбыҙ, ата - әсәләр һәм тренерҙар өсөн дә мөһим, - тине Аделина. Ул, үҙе әйтеүенсә, спорт ғаиләһенән булмаһа ла, артыҡ физик сифаттарын үҙендә күрмәһә лә, әммә был уға спорт карьераһында юғарылыҡҡа өлгәшергә ҡамасауламаған.
- Профессиональ спорт - ул һәр саҡ ауыр. Әммә иң мөһиме, яратҡан эшең менән шөғөлләнеүеңде онотмаҫҡа кәрәк. Был саҡта күпкә еңелерәк була, - тип һүҙен тамамланы ҡылыс оҫтаһы.
Оҫталыҡ дәресендә финанс университеты студенты Сафина Азаматова ла ҡатнашты. Ул сараға дуҫтары менән бергә тамашасы сифатында килгән. Ҡыҙ үҙе спорт менән шөғөлләнмәй, әммә футбол ҡарарға ярата һәм беҙҙең «Өфө»футбол клубы өсөн янып көйә.
- Был спортта миңә атмосфера, адреналин, көйәрмәндәрҙең берҙәмлеге оҡшай. Йөҙҙәрсә кеше бер команда өсөн көйләгәндә, борсолғанда, ҡысҡырғанда, шатланғанда, рух һоҡландыра, - тине Сафина.
Йомғаҡлау буйынса 5:2 иҫәбе менән «Беркуты» командаһы еңеү яуланы - уның өсөн «Беренселәр хәрәкәте»нән килгән балалар менән бергә шорт-трексы Семен Елистратов уйнаған ине. Ә турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы тип Өфө эшҡыуарлыҡ, экология һәм дизайн колледжы студенты Рамазан Ленарович танылды.