Уны бөйөк шағирыбыҙҙың тыуыуына 105 йыл тулыуға арнап үткәрелгән әҙәби-музыкаль кисәлә ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фондтың директоры Әлфиә Кәримова тапшырып, иң изге теләктәрен еткерҙе. Фондтың грантына гимназияның 10 уҡыусыһы – Камилла Сабитова, Самира Рафиҡова, Айһылыу Рамаҙанова, Ева Джачвадзе, Эльвина Дәүләтова, Искәндәр Йәнбәков, Рушан Ғәҙелшин, Самира Ибраһимова, Арсен Вәлиәхмәтов, Камилла Ғәлимова лайыҡ булды.
Матур кисәлә бөйөк шағирҙың туған-тыумасалары, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты. Байрам кисәһен Искәндәр Ғәзизов моңло йыры менән менән йәмләһә, гимназия уҡыусылары шағирҙың шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе, килеүселәрҙе йыр-моң, бейеүҙәр менән һөйөндөрҙө.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева сәләмләп, бала саҡтан Мостай Кәримдең китаптарын уҡып үҫеүҙәрен билдәләне. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында директор вазифаһын башҡарыусы Азат Аҡманов килеүселәргә рәхмәт әйтеп, Әлфиә Мостай ҡыҙына шәл бүләк итте, Гөлләриә Рәфҡәт ҡыҙына, Мостай Кәрим исемендәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын яңыртҡан Мостай Кәримдең туғаны Артур Кәримовҡа исемле сәғәттәр бүләк итте.
Әҙәби-музыкаль кисә тамамлағандан килгән ҡунаҡтар, грант алыусы уҡыусылар Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең яңыртылған кабинетын ҡараны, иҫтәлеккә фотоға төштө.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.