Яңылыҡтар таҫмаһы
22 Октябрь 2024, 04:14

"Һанлы ликбез"

Унда мәктәп уҡыусыларына да ябай электрон ҡултамға ярҙамында авторлашып инеүҙе һәм мәғлүмәтте һаҡлау тураһында һөйләйәсәктәр.

"Һанлы ликбез""Һанлы ликбез"
"Һанлы ликбез"

21 октябрҙән 24 ноябргә тиклем цифровойликбез.рф адресы буйынса хәүефһеҙ тәртип темаларына арналған уҡытыу видеороликтары һәм методик материалдар урынлаштырыласаҡ. Уҡыусылар өсөн дәрестәр илдең бөтә төбәктәрендә лә үтәсәк.

Видеоның төп геройы - Миша ҡушаматлы балыҡ. Ул мәктәп уҡыусыларына ябай электрон ҡултамға технологияһы ярҙамында сайттарға инеү һәм мәғлүмәтте һаҡлау тураһында һөйләй. Сюжет буйынса, Миша театр студияһында ҡарауһыҙ телефон ҡалдыра, ә дуҫтары уның менән шаяртырға һәм уның иҫәбенә интернет аша пицца алдырырға уйлай. Уҡытыусы уларҙы туҡтата һәм ябай электрон ҡултамғаның нимә икәнен һәм уны ҡулланыу алымдарын аңлата. Аҙаҡ ул башҡаларҙың әйберҙәрен алырға ярамай, ә дуҫтарыңды хөрмәт итергә кәрәк ти.
Проект ярҙамында уҡыусылар интернетта үҙҙәрен нисек тотоуҙары тураһында белеп кенә ҡалмай, ә аңлайышлы интерактив форматта цифрлы грамоталылыҡ кимәлен күтәрә ала. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас