Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Октябрь , 16:30

Студент сағығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ!

Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиллеге майҙанында республикабыҙҙан  сыҡҡан Мәскәү студенттарын беренсе курсҡа бағышлау тантанаһы үтте.  

Студент сағығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ!
Студент сағығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ!

Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле Ришат Халиҡов беренсе курс студенттарын сәләмләп, уларға  һәр ваҡыт яңы белемгә һәм юғары маҡсаттарға ынтылырға, шулай уҡ тамырҙарын бер ҡасан да онотмауҙарын теләне.

Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Илшат Рәхмәтуллин буласаҡ студенттарҙы тормошоноң яңы этабына инеүҙәре менән ҡотланы. Башҡортостан Республикаһы студенттары Һәм аспиранттары ассоциацияһының башҡарма директоры Айһылыу Ишбаева беренсе курс студенттарына емешле уҡыу, сағыу һәм бай студент тормошо теләп,  уларҙы ассоциация тормошонда әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

Концерт программаһы беренсе курс студенттарына һәм ҡунаҡтарға онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте. Тамашасылар Мәскәүҙең «Алтын ай» башҡорт бейеүҙәре ансамбленең сағыу сығыштарын ҡараны, Иршат Дауытовтың ҡурайҙа  уйнауын тыңланы.

Мауыҡтырғыс квест алдынан сәй эсеп алғандан һуң беренсе курс студенттарына ассоциация эшмәкәрлегенең төрлө йүнәлештәрен сағылдырған 9 тематик станция үтергә тура килде: «Сәй party», «Алтын ай», спорт клубы, «Башҡорт регатаһы», «Дуҫлыҡ» вокал ансамбле, «Һылыуҡай» матурлыҡ мәктәбе, «Рух» станцияһы, башҡорт мираҫы станцияһы һәм «БашМедиа» киң мәғлүмәт саралары мәктәбе станцияһы.  Квеста ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ «Иң яҡшы беренсе курс студенты – 2024» конкурсына йомғаҡ яһалды.

Тәүге урында – Илназ Әхмәтшин, 2136 тауыш.

Икенсе урында  – Ғайсар Мөхәмәтйәнов, 1921  тауыш.

Өсөнсө урында – Эрик Фаткулбаянов, 762 тауыш.

«БашПерваш» проекты Башҡортостан Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: