Күңелде рухландырырлыҡ көй-моңдар яңғырай, флагтар елберҙәй. Барыһы ла теҙелеп бөткәс, сара иртәнге сәғәт 11 - ҙә Октябрь проспекты менән СССР-ҙың 50 йыллығы урамы киҫешкән ерҙә старт алды. Акция башланыр алдынан республикабыҙҙы спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов символик рәүештә һауаға атҡас, колонна ҡуҙғалды.
Иң алғы сафта күренекле Рәсәй спортсылары, олимпия чемпиондары, махсус хәрби операция ветерандары, "Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форум ҡатнашыусылары барһа, унан юғары уҡыу йорттары һәм колледж студенттары, уҡытыусылары, тәрбиә эше буйынса директор кәңәшселәре, мәктәп уҡыусылары һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә битараф булмаған ҡала халҡы юлланды. Улар Спорт туҡталышынан Ҡала советына тиклем 2024 метр ерҙе йәйәү атланы.
— Республикабыҙ ойошторған бындай сараларға бик шатбыҙ. Бөтә Рәсәй акцияһы сәләмәт йәшәү рәүешенә әйҙәй. Етмәһә, көн дә бик матур, - ти Башҡорт дәүләт медицина университетынан декан урынбаҫары Светлана Шәмсетдинова. Өфө статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы студенттары һәм хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы.
— Йәйәү йөрөү көнө — бик һәйбәт башланғыс, акция сәләмәт йәшәү рәүешенә, йәйәү йөрөүгә йәлеп итә. Беҙҙең студенттар район, ҡала, республика, Рәсәй кимәлендә үткәрелгән бер ижади һәм спорт сараһында ла ҡатнашмай ҡалмай. Һәр бер ерҙә әүҙемлек күрһәтәләр, — ти тәрбиә эштәре буйынса директор кәңәшсеһе, социаль педагог Анна Спиридонова.
Өфө автотранспорт колледжы студенттары һәм уларҙың кураторҙары ла акцияла бик теләп ҡатнаша. Был уҡыу йортонда уҡыусы студенттар Нәркәс Сәфәрғолова менән Миләүшә Мөхәмәтйәрованы кураторҙары Лариса Фисенко менән тап иттек. Ҡыҙҙар йәйәү йөрөүҙең бик файҙалы булыуын яҡшы белә, шуға күрә улар күберәк йәйәү йөрөргә тырыша, бындай сарала тәүгә ҡатнашалар.
Әйткәндәй, Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө "Рәсәй - спорт державаһы" халыҡ-ара форумы уңайынан ойошторолдо, унда 25 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.