Ошо көндәрҙә команда “Рәсәй – спорт державаһы” форумы сиктәрендә үткән “Беҙҙең заман геройы” ярыштарында ҡатнаша.
— Йыйылма командаға 12 кеше ингән, беҙ махсус хәрби операция ветерандарының барыһы менән дә эшләйбеҙ, уларға адаптив спортта үҙҙәрен табырға ярҙам итәбеҙ, – тип һөйләй Артур Рафаэль улы. – Барыһы ла Спорт министрлығының “Ҡаһарманлыҡ” проектынан башланды. Ул махсус хәрби операция ветерандарын спорт һәм физкультура аша социаль адаптация үткәреүгә йүнәлтелгән. “Беҙҙең заман геройҙары” ярыштарына команданы алдан тупланыҡ. Уларҙың күптәре былтыр Өфө ҡалаһында үткән Ватанды һаҡлаусылар Кубогында ҡатнашты.
Әүҙем күнекмәләр бер ай элек башланды. Әлеге ярыштарҙа беҙҙең ветерандар бөтә спорт төрҙәрендә лә уңышлы ҡатнаша. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, призлы урындар бар. Бүләкләү тантанаһы бөгөн кис була.
Бындай саралар ветерандарҙы берләштерә. Хеҙмәт иткән кешеләр өсөн коллектив мөһим, – ти Артур Ғәбитов.