Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Октября 2024, 09:14

Дмитрий Чернышенко Вуз-ара кампус төҙөү барышын баһаланы

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко Өфөнөң белем биреү инфраструктураһы объекттарын – Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампусты һәм колледжды баһаланы.  

Дмитрий Чернышенко Вуз-ара кампус төҙөү барышын баһаланыДмитрий Чернышенко Вуз-ара кампус төҙөү барышын баһаланы
Дмитрий Чернышенко Вуз-ара кампус төҙөү барышын баһаланы

Визит XII «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумына арналған эш сәфәре мәлендә үтте.

"Башҡортостан дәүләт ярҙамы сараларынан әүҙем файҙалана. "Рәсәй – спорт державаһы" форумында төбәк спорт ҡаҙаныштарын күрһәтте, ә колледжды һәм вуз-ара кампус объекттарын ҡарау һөҙөмтәһендә беҙ "Профессионалитет" федераль проектында һәм "Фән һәм университеттар"милли проектында ҡатнашыуҙың аныҡ һөҙөмтәләрен күрҙек. Артабан ярҙам сараларының күбеһе, шул иҫәптән заманса кампустар селтәрен булдырыу, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса эшләгән "Йәштәр һәм балалар" милли проектына күсәсәк. Төбәк халыҡ һәм бөтә ил мәнфәғәте өсөн эшләүен дауам итер һәм мәғариф, фән һәм инновациялар синергияһы өсөн бөтә шарттар булдырыр, тип ышанам», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер.

Дмитрий Чернышенко Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров һәм РФ фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Айрат Ғәтиәтов менән бергә донъя кимәлендәге Вуз-ара студенттар кампусының икенсе сиратын төҙөү майҙансығын ҡараны. Атап әйткәндә, улар Өфө фән һәм технологиялар университетының «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженер мәктәбенең сервоприводтар буйынса лабораторияһында булды. 

Шулай уҡ делегация Кампустың икенсе сираттағы төп бинаһы һәм төҙөлөп ятҡан Геном үҙәге корпусын ҡараны. Унда «21-Се Мәктәп»программалау мәктәбе урынлашасаҡ.

"Икенсе сираттағы объекттарҙы тормошҡа ашырыу тулы көсөнә бара. Майҙаны 5,5 мең квадрат метрлыҡ геном үҙәге төҙөлә, төп бина өсөн әҙерлек эштәре һәм котлован ҡороу алып барыла. Бурысы-барыһын да ваҡытында эшләргә һәм төҙөлөштең юғары сифатын тәьмин итергә. Яңы кампустың бөтә объекттарының дөйөм майҙаны 140 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк», – тине министр урынбаҫары Айрат Ғәтиәтов.

Бынан тыш, Дмитрий Чернышенко Һәм Андрей Назаров Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжының инфраструктураһын баһаланы. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас