– Өфөлә «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара форумының беҙҙә үткәрелеүе – оло мәртәбә. Бында төрлө илдәрҙән килгән көслө спортсылар бер-береһе менән ярышып ҡына ҡалмай, үҙ-ара аралашып, дуҫлыҡ ебен нығыта, был сара – тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы ла, ҙур бер спорт байрамы ла. Республикабыҙҙа ошондай киң күләмле спорт форумдарының ойошторолоуы башҡа илдәр менән бәйләнеште нығыта, илебеҙҙә спортты үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр аса, олоһон да, кесеһен дә сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итергә ярҙам итә, – ти Айнур Ришат улы.
Ул үҙе 2011 йылға тиклем бокс, дзюдо менән шөғөлләнһә, 2011 йылдан көрәш менән ныҡлы шөғөлләнә. Яулаған уңыштары һанап бөткөһөҙ: көрәш, билбау көрәше буйынса спорт мастеры, билбау көрәше буйынса донъя кубогының көмөш призеры, билбау көрәше буйынса донъя чемпионың бронза призеры, көрәш буйынса донъя чемпионы, «Манзара – 2019» бронза призеры.
Етмәһә, ул һабантуйҙарҙа ла көрәшмәй ҡалғаны юҡ. Бер йәйҙә генә 10 һарыҡ алған көрәшсе бит ул. Көрәш менән шөғөлләнеү осоронда 30-ҙан ашыу еңеү яулаған.
Фото: Т. АМАНОВ.