– Каникулда күп балалар буш ваҡытын өйҙән һәм мәктәптән ситтә үткәрә. Әммә уларҙың именлеге барыбыҙ өсөн дә өҫтөнлөклө бурыс булып ҡалырға тейеш. Ошо ваҡытта хәүефһеҙлек мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирегеҙ. Балаларға урамда үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен, хәүеф-хәтәрҙән нисек ҡасырға һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә нимә эшләргә кәрәклеген иҫкә төшөрөү мөһим, – тине ул.
Көҙгө каникул 26 октябрҙән 4 ноябргә тиклем дауам итә, 5 ноябрь балалар уҡырға барасаҡ.
Фото: Т. АМАНОВ.