Бындай тәҡдимдәрҙе йыш ҡына мессенджерҙарҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә осратырға мөмкин. Әгәр ҡулланыусы ҡыҙыҡһынһа, уны муттар аҡсаны инвестиция иҫәп-хисабына күсерергә күндерәләр. Әммә был иҫәптең инвестиция менән бер ниндәй ҙә бәйләнеше юҡ, һәм аҡса муттарҙың табышына әйләнә.
Һаҡ булығыҙ! Һәм еңел, тиҙ табыш тәҡдимдәренә ышанмағыҙ! Был турала "Рәсәй киберполицияһы" иҫкәртә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.