Өфөлә йәшләй вафат булған билдәле баянсы Айнур Фәтиховты иҫкә алалар. 37 йәшлек виртуоз баянсы Айнур Фәтихов 2020 йылда мәкерле сирҙән мәрхүм булды. Ул вафатынан өс көн алда ғына Республика көнөнә арналған концертта сығыш яһай. Һуңғы юлға оҙатырға Өфөнән генә түгел, Ҡазан, Мәскәү ҡалаһынан да уның ижадын һөйөүселәр йыйылды.
«Башинформ» хәбәр итеүенсә, киләһе йыл уның иҫтәлегенә гармунсылар конкурсы уҙғарыласаҡ.
– Беҙ үҙебеҙ коронавирус менән сирләп дауаханала булып ҡалдыҡ, улыбыҙҙы һуңғы юлға оҙата ла алманыҡ. Ике йыл элек хәтер кисәһе үткәрҙек, ҡәберенә таҡтаташ ҡуйҙыҡ. Бик күп халыҡ йыйылды. Киләһе йыл биш йыллығына Айнур Фәтихов иҫтәлегенә республика гармунсылар конкурсы уҙғарасаҡбыҙ, – ти баянсының атаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәлит Фәтихов.