Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Октябрь 2024, 05:58

«Илдар Бикҡужин иҫтәлеген йәмләнеләр»

Бөгөн Өфөлә арабыҙҙан йәшләй китеп барған фотохәбәрсе, йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар Илдар Бикҡужинға арналған фотоконкурс еңеүселәре бүләкләнде.

«Илдар Бикҡужин иҫтәлеген йәмләнеләр»«Илдар Бикҡужин иҫтәлеген йәмләнеләр»
«Илдар Бикҡужин иҫтәлеген йәмләнеләр»

Өфө фән һәм технология университетында өс ай дауамында барған ярышта студенттар һәм мәктәп уҡыусылары ярышҡан.

Еңеүселәрҙе Илдар Бикҡужиндың ҡатыны Венера Бикҡужина, Башҡортостан Хөкүмәте мәғлүмәт департаментының баш кәңәшсеһе Луиза Шәптиева, «Мәргән уҡсы» хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин бүләкләне. 

Фотоконкурс бер нисә номинация буйынса үткәрелгән. Кәримова Руфина — «Тыуған ерем тәбиғәте», «Ватан архитектураһы», Меркурьева Яна — «Ҡала шәүләһе», Арыҫланова Лилиә «Тыуған ерем йөҙҙәре» номинацияһында еңеүгә лайыҡ булды. Еңеүселәр аҡсалата сертификаттар һәм дипломдар менән бүләкләнде.

«Илдар Бикҡужин иҫтәлеген йәмләнеләр»
«Илдар Бикҡужин иҫтәлеген йәмләнеләр»
«Илдар Бикҡужин иҫтәлеген йәмләнеләр»
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас