bashgazet.ru Үҙ-үҙеңде тыйыу мутлашыусылар ауынан ҡотҡарасаҡ! Финанс хәүефһеҙлегенең төп ҡағиҙәләрен үтәгеҙ һәм уяу булығыҙ Рәмилә Мусина 23 октября 2024 Үҙ-үҙеңде тыйыу мутлашыусылар ауынан ҡотҡарасаҡ! Кибермошенниктар граждандарыбыҙҙы алдауын дауам итә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм банктарҙың иҫкәртеүҙәренә ҡарамаҫтан, был маташыуҙарҙың күбеһе уңышлы тамамлана һәм мутлашыусыларҙың иҫәбенә ҙур күләмдә аҡса күсә. Ә мутлашыусылар иһә республика халҡынан аҡса урлауҙың яңы ысулдарын уйлап таба – уларға ҡорбандың кеҫәһендә булған аҡсаһы аҙ, шуға ла улар кешеләрҙән кредит алырға мәжбүр итә. Көтөлмәгән “бурыстан” һаҡланырға кредит алыуҙан үҙ-үҙеңде тыйыу ярҙам итәсәк. Уны асыҡларға беҙгә Рәсәй банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банкы бүлексәһе идарасыһы Марат Кашапов ярҙам итте. – Киләһе йылдан һәр кем үҙ теләге менән кредит йәки займ алыуҙы тыя аласаҡ. Күп граждандарҙың, “социаль инженерҙар”ҙың психологик баҫымы аҫтында, мутлашыусыларҙың йоғонтоһона бирелеп, кредиттарын, шул иҫәптән дистанцион рәүештә, туранан-тура телефон аша рәсмиләштереүҙәре һәм был аҡсаны енәйәтселәргә күсереүҙәре сер түгел. Йәки мутлашыусылар бер ни ҙә һиҙмәгән кешегә кредитты уның шәхси мәғлүмәттәренә инеп “тағып” ҡуя. Мәҫәлән, әгәр кеше паспортын юғалтһа. Әгәр гражданға кредит алыу тыйылһа, мутлашыусылар, хатта уның паспорт мәғлүмәттәренә, онлайн-банкингҡа һәм башҡа конфиденциаль мәғлүмәттәргә эйә булһалар ҙа, уның исеменә кредит бирә алмаясаҡ. Был – кредитҡа “үҙ-үҙеңде тыйыу”. – Бындай тыйыуҙы нисек ҡуйырға? – Уны үҙеңдең кредит тарихыңда теркәргә кәрәк. Бының өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталында йәки Күп функциялы үҙәктең офисында шаблонлы ғариза тултырыу етә. Дәүләт хеҙмәттәрендә үҙ-үҙеңде тыйыу тураһында ғаризаны 2025 йылдың 1 мартынан, ә Күп функциялы үҙәктә 2025 йылдың 1 сентябренән бирергә мөмкин. Банктар һәм микрофинанс ойошмалары ҡулланыусылар кредиттары һәм займдар бирер алдынан заемсының кредит тарихында үҙ-үҙен тыйыу тураһында мәғлүмәт бармы-юҡмы икәнен тикшерергә тейеш. Әгәр ул билдәләнгән икән, кредитор кредит биреүҙән баш тартырға тейеш. – Бындай тыйыу бөтә банктарға ла ҡағыламы? – Эйе, шул уҡ ваҡытта тыйыу төрлөсә булырға мөмкин: кредитор төрө буйынса (банктар ғына йәки микрофинанс ойошмалары ғына йәки банктар ҙа, микрофинанс ойошмаһы ла ҡатнаша) һәм кредит йәки займ өсөн мөрәжәғәт итеү ысулы буйынса (офиста һәм дистанцион йәки дистанцион ғына). Тимәк, төрлө нескәлектәрҙе яҙып була. – Ипотеканы ла тыйырға мөмкинме? – Был ҡағиҙәлә айырым осраҡтар бар: тәьмин ителгән кредиттар – йәғни ипотека, автокредиттар, шулай уҡ дәүләт ярҙамы сиктәрендә бирелгән белем биреү кредиттары – үҙ-үҙеңде тыйыуға инмәй. – Үҙ-үҙеңде тыйыу күпмегә төшә? – Хеҙмәт бушлай. – Әгәр кеше үҙенә кредит алыуҙы тыйһа, әммә һуңынан кире уйлаһа, уға нисек кредит алырға? – Үҙ-үҙеңде тыйыуҙы бөтөрөргә йәки уның параметрҙарын теләһә ҡайһы ваҡытта, бушлай, сикләнмәгән һанда үҙгәртергә мөмкин. Бының өсөн дә Дәүләт хеҙмәттәренә йәки Күп функциялы үҙәктәргә ғариза бирергә кәрәк буласаҡ. Әммә шуны иҫтә тотоу мөһим: тыйыу шунда уҡ түгел, ә кредит тарихына мәғлүмәт индерелгәндән һуң бер көн үткәс алына. Бындай һыуытыу осоро тыйыуҙы бер юлы алып ташлау һәм кредит килешеүе төҙөү менән мутлашыу хәүефен бөтөрә һәм дөйөм алғанда кешеләргә кредит алыу кәрәклеге тураһында төплө ҡарар ҡабул итергә ярҙам итә. – Кеше үҙ-үҙен тыйған, әммә банк барыбер уның исеменә кредит биргән хәл мөмкинме? – Әгәр бындай хәл көтмәгәндә килеп сыҡһа, әгәр кредитор-банк йәки микрофинанс ойошма заемсынан бурысты ҡаплауҙы талап итергә хоҡуғы булмаһа. Әммә бында мин мөһим мәл тураһында һөйләргә теләр инем. 2022 йылдың октябренән Рәсәй Банкының онлайн-кредиттарға үҙ-үҙеңде тыйыу тураһында күрһәтмәһе ғәмәлдә. Әгәр кешелә дистанцион операциялар тыйылған булһа, мутлашыусылар, хатта уның онлайн-банкингына инеү мөмкинлеген алһалар ҙа, уның исеменә кредит бирә алмаясаҡ. Шулай уҡ үҙ иҫәбеңдән онлайн-күсереүҙәр суммаһы буйынса тулы тыйыу йәки сикләү, көнөнә, айына сығымдар суммаһы буйынса лимит һәм башҡалар билдәләргә мөмкин. Аҡса тотоноу лимиты – ул да үҙен мутлашыусыларҙан һаҡлауҙың яҡшы ысулы. Әгәр клиентҡа бындай сикләү ҡуйылһа, енәйәтселәр лимит буйынса билдәләнгәндән күберәк аҡса ала алмаясаҡ. Хеҙмәттәр һәм параметрҙар йыйылмаһын клиент үҙе һайлай, теләһә ниндәй комбинацияны берләштерергә мөмкин. – Бындай тыйыуҙы нисек рәсмиләштерергә? – Бында процедура икенсе. Ғаризаны үҙ банкыңа теләһә ниндәй ысул менән ебәрергә кәрәк – ҡағиҙә булараҡ, ул һеҙҙең килешеүҙә яҙылған. Был банкҡа күҙгә-күҙ ҡарашып килеү ҙә, дистанцион ғариза ла булыуы мөмкин. Әгәр клиент бер үк ваҡытта бер нисә банкта хеҙмәтләндерелә икән, онлайн-операцияларҙы тыйыу һәм уларҙың параметрҙарын сикләү һәр береһендә айырым булырға тейеш. – Бер һүҙ менән әйткәндә, Дәүләт хеҙмәттәре йәки күп функциялы үҙәк аша үҙ-үҙеңде тыйыу мөмкинлегенең көсөнә инеүен көтөп тормаҫҡа, ә быны хәҙер үк эшләргә мөмкин. – Үҙегеҙҙе тыйһағыҙ ҙа, уяу булырға кәңәш итәбеҙ! Финанс хәүефһеҙлегенең төп ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Уларҙың иң мөһимдәрен иҫкә төшөрәм. Иң мөһиме – бер кемгә лә үҙенең шәхси мәғлүмәттәрен, шул иҫәптән финанс мәғлүмәттәрен асып бирмәү. Банк һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да телефон аша шәхси мәғлүмәттәрҙе, банк реквизиттарын, иҫәп-хисап мәғлүмәттәрен йәки банктан смс-кодтарҙы кисекмәҫтән биреүҙе талап итмәй һәм аҡса күсереүҙе һорамай. Универсаль тәҡдим: әгәр сит кеше шылтыратып, аҡса һәм улар менән бәйле бөтә нәмә тураһында һөйләшеү башлаһа – түләүҙәр, отоштар, иҫәп-хисап проблемалары, аҡса күсереү һәм башҡалар – шунда уҡ һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ! Ни тиклем оҙағыраҡ һөйләшһәгеҙ, енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеү мөмкинлеге лә шул тиклем күберәк. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: алдаҡсыларҙың бөтә һорауҙарына ла әҙер яуаптар бар. – Ниндәй билдәләр буйынса енәйәтсене хатаһыҙ танырға мөмкин? – Енәйәтселәрҙе иҫәпләү өсөн биш төп билдәне айырып ҡарарға мөмкин. Беренсеһе: һеҙгә үҙҙәре сыға. Сит кеше шылтыратып, смс-хәбәр, электрон хат йәки мессенджерға һылтанма ебәрә. Кем генә булып үҙен танытмаһын – банк, полиция хеҙмәткәре һәм башҡалар – һаҡ булығыҙ. Әгәр ул аралашыуҙы башлаусы булһа, уға һеҙҙән нимәлер кәрәк. Кем итеп күрһәткәнен тиҙ генә тикшереп булмай. Килгән шылтыратыуҙа күрһәтелгән номерҙы алмаштырырға, аккаунттарҙы йәки сайттарҙы ялғанға сығарырға мөмкин. Уяу булығыҙ, бер кемгә лә ышанмағыҙ. Икенсеһе: һеҙҙең менән аҡса тураһында һөйләшәләр. Алдау схемалары һәр ваҡыт финанс менән бәйле: һеҙгә бөтә аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә, “кредит алыу өсөн страховка” түләргә йәки “бик отошло” аҡсаны инвестицияларға тәҡдим итәләр. Өсөнсөһө: мәғлүмәт биреүҙе һорайҙар. Әгәр ҡараҡтарға фатир асҡыстары кәрәк булһа, мутлашыусыларға – һеҙҙең иҫәптәрҙәге аҡсаға асҡыс. Был асҡыс һеҙҙең картағыҙҙың конфиденциаль мәғлүмәттәрен, шул иҫәптән уның кире яғындағы өс һанды, банк сайтындағы шәхси кабинетҡа йәки мобиль ҡушымтаға логин һәм паролдәрҙе, банк белдереүҙәренән кодтарҙы үҙ эсенә ала. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: банк хеҙмәткәре бер ҡасан да картаның йәшерен реквизиттарын, ПИН-кодтарын һәм паролдәрен һорамаясаҡ. Банк шикле түләүҙе йәки һеҙҙең иҫәбегеҙҙән күсереүҙе күреп ҡалһа, операцияны раҫлау йәки кире ҡағыу өсөн генә һеҙҙең менән бәйләнешкә инәләр. Бының өсөн конфиденциаль мәғлүмәттәр талап ителмәй. Әгәр улар менән ҡыҙыҡһынһағыҙ, ышанығыҙ, банктан шылтыратмайҙар. Һеҙҙе алдарға тырышалар. Мутлашыусыларҙы фашлаған тағы бер билдә – улар әңгәмәсеһен тыныс тороштан сығара, көслө хистәр тыуҙырырға тырыша –ҡурҡытырға йәки шатландырырға. Мәҫәлән, хәбәр итәләр: “Һеҙҙең онлайн-банкығыҙҙы ватҡандар!" Һеҙ аптырауҙан теләһә ниндәй үтенестәрҙе үтәйһегеҙ һәм аҡсаны ҡотҡарыу өсөн барлыҡ мәғлүмәттәрҙе бирәһегеҙ. Йәки, киреһенсә, көтөлмәгән еңеү тураһындағы хәбәр менән мауыҡтыралар. Бының өсөн һеҙ “бәләкәй генә иғәнә түләргә” тейешһегеҙ, ә бының өсөн сайтта банк картаһы мәғлүмәттәрен индерергә тейешһегеҙ. Мутлашыусылар фишинг, йәғни ялған интернет биттәрен булдыра, улар ярҙамында карта мәғлүмәттәрен урлайҙар һәм ышаныслы ҡулланыусыларҙың иҫәптәренә инеү мөмкинлеген алалар. Һәр ваҡыт шикләнеп ҡарағыҙ, тыныслыҡты һаҡлағыҙ һәм, нисек кенә тулҡынланһағыҙ ҙа, башҡаларҙың күрһәтмәләренә буйһонорға ашыҡмағыҙ. Бынан тыш, улар баҫым яһай. Мутлашыусылар һәр ваҡыт хәлде уйларға ваҡыт бирмәҫ өсөн ашыға. Һеҙҙе нимәгәлер мәжбүр итәләр, шарттар ҡуялар: “Хәҙерме, әллә һуңмы”. Һеҙгә һайлау хоҡуғы бирелмәгән һәм шунда уҡ эш итергә мәжбүр ителгән хәл шик тыуҙыра. Әгәр уңайһыҙлыҡ тойһағыҙ, шунда уҡ аралашыуҙан туҡтағыҙ. Иҫәптә аҡсаның һаҡланыуы тураһында шик тыуһа, үҙ банкыңа картала йәки рәсми сайтта күрһәтелгән телефон аша шылтыратырға кәрәк. Бер ниндәй осраҡта ла һеҙгә килгән телефон номерына кире шылтыратыу түгел! Был да енәйәт схемаһы булыуы мөмкин. – Ә аҡсаһын юғалтҡандарға нимә эшләргә? – Ҡайһы берҙә кеше, артыҡ ҙур сумманы юғалтмайынса, бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итмәй. Был дөрөҫ түгел! Бындай осраҡтарҙы йәшереп булмай, сөнки енәйәтселәргә һеҙҙең эшһеҙлегегеҙ файҙалы. Һеҙ уларға вәкәләтле органдарға ни тиклем иртәрәк ғариза бирһәгеҙ, уларҙы шул тиклем тиҙерәк асыҡлай алаһығыҙ, уларҙың ғәмәлдәренән шул тиклем аҙыраҡ кеше зыян күрә. Әгәр кредитты рәсмиләштерергә йәки аҡсаны алдаҡсыларға тапшырырға өлгөрһәгеҙ, полицияға мөрәжәғәт итегеҙ. Бынан алда мөмкин тиклем күберәк документтар һәм мәғлүмәт йыйығыҙ: һеҙ төҙөгән килешеүҙәр, аҡса күсереү квитанциялары. Мутлашыу йәки мутлашыуға шикләнеү осраҡтарында Рәсәй Банкына сайттағы интернет – ҡабул итеү бүлмәһе аша йәки ҡыҙыу линия номеры буйынса мөрәжәғәт итегеҙ: 8-800-300-30-00 һәм 300 мобиль телефондан шылтыратыу өсөн. Шылтыратыу бушлай.