— Беҙҙең матур төбәгебеҙ — Рәсәйҙең терәге. Илебеҙҙең эре сәнәғәт, ауыл хужалығы, фәнни, мәғариф, мәҙәниәт, спорт үҙәге. Оло теләк менән йәшәгән балаларыбыҙҙы үҫтергән урын. Был беҙҙең йортобоҙ. Беҙ халыҡҡа һәм ҡунаҡтарға уңайлы йәшәү шарттары булдырыу өсөн барыһын да мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ.
Һеҙҙе республикабыҙҙың тыуған көнө менән ҡотлайым! Ғәзиз әсә кеүек, тыуған ер ҙә берәү генә була. Һәм беҙ уның именлеге, матур киләсәге өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Беҙ быны булдыра алабыҙ, сөнки татыу, күп милләтле, эшсән, дуҫ ғаиләлә йәшәйбеҙ.
Барығыҙға ла һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормош теләйем.
Сәскә атһын Башҡортостаныбыҙ!