Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Октябрь 2024, 13:00

Ятып ҡалғансы, ҡатнашып ҡалығыҙ, ата-әсәйҙәр!

Башҡортостандағы ата-әсәләр «Белем» йәмғиәтенең Ата-әсәләр берләшмәләре башланғыстары конкурсында ҡатнашырға саҡырыла. Еңеүселәр 500 мең, 1, 2 миллион һум аласаҡ.

Ятып ҡалғансы, ҡатнашып ҡалығыҙ, ата-әсәйҙәр!Ятып ҡалғансы, ҡатнашып ҡалығыҙ, ата-әсәйҙәр!
Ятып ҡалғансы, ҡатнашып ҡалығыҙ, ата-әсәйҙәр!

Ғаризалар 2024 йылдың 25 октябренә тиклем конкурстың рәсми сайтында ҡабул ителә: vk.cc/cC4XSg. Ҡатнашыу бушлай.

Иң яҡшы проекттар уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн аҡсалата ярҙам аласаҡ. Еңеүселәр өсөн приз фондының 3 категорияһы ҡаралған:

- 500 мең һум;
- 1 миллион һум;
- 2 миллион һум.

 Конкурсҡа бер нисә йүнәлеш, йәғни:

- гражданлыҡ;
- патриотик;
- рухи-әхлаҡи;
- физик;
- хеҙмәт;
- экологик;
- эстетик тәрбиә һәм ғилми танып-белеү йүнәлештәре буйынса проекттар ҡабул ителә

Һайлау критерийҙары, ҡатнашыусыларға ҡарата талаптар һәм кәрәкле документтар тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән сайтта таныша алаһығыҙ: vk.cc/cC4Yf9.
 Конкурста ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия: 8 (800) 333-10-68. Эш ааҡыгы: Өфө ваҡыты буйынса сәғәт 07:00-нән 21:00 сәғәткә тиклем.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас