Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә барлыҡ 63 муниципалитетта ла йылытыу миҙгеле башланыуы тураһында белдерҙе. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, 47 район һәм ҡала йылылыҡ биргәндәр, ә 16-һында эштәр бөгөн тамамлана.
«4088 социаль әһәмиәтле объектҡа һәм 14 622 күп фатирлы йортҡа йылылыҡ бирелде. Муниципалитеттар йылытыу системаһынан һауа тығындарын бөтөрөү эштәрен башҡарҙы», — тип билдәләне Голованова.
Радий Хәбиров ҡайһы бер райондарҙа йылы ваҡытында бирелмәүе хаҡында әйтте.
- Беҙ йылыны бирергә тейешбеҙ. Ҡыш миҙгеленә күскәнбеҙ бит инде, - тип Радий Хәбиров ҡайһы бер район башлыҡтарына ҡарата тәнҡит һүҙҙәре белдерҙе. - Улар үҙ башына ҡотора һәм прокуратуранан язаһын аласаҡ.