Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Октября 2024, 09:00

Башҡортостандан реаниматолог ил һағына баҫҡан

МХО зонаһында ҡаршы яҡ көстәре медиктарға иң беренсе булып һөжүм итергә тырыша.

Башҡортостандан реаниматолог ил һағына баҫҡанБашҡортостандан реаниматолог ил һағына баҫҡан
Башҡортостандан реаниматолог ил һағына баҫҡан

Был хаҡта «Башҡортостан» полкының медицина взводы хәрбиһе, «Муха» ҡушаматлы егет һөйләне. Ул контракт төҙөгәнгә тиклем Өфө янындағы ковид госпиталендә эшләгән, бер йыл элек «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы составында алғы һыҙыҡҡа барырға ҡарар иткән.

«Муха» хеҙмәттәштәре менән алғы һыҙыҡтан яралы яугирҙарҙы сығара. Был ваҡытта медиктар үлемесле шарттарҙа эшләй.

«Бер «300-сө»нө сығарыуға өс-дүрт кешенән торған төркөм ебәрелә, кешеләр күп булғас, был дошман өсөн өҫтөнлөклө көс — ул шунда уҡ ут аса. Шуға ҡарамаҫтан ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәйбеҙ. Һәр саҡ яныбыҙҙа нимәнелер яҡшыраҡ башҡарған белгестәр бар, үҙенә күрә бер консилиум мәсьәләләрҙе тиҙ генә хәл итә. Беҙҙең егеттәр тырышып хеҙмәт итә, МХО зонаһында йылдан ашыубыҙ, шуға күрә коллектив берҙәм. Башҡортостандан медикаменттар, инвентарь һәм ҡорамалдар килтерелде, бөтәһе лә етә», — ти «Муха».

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас