Күктәр ергә ишелеп төшөр ҙә, донъяны туфан яулап алыр тип, минут һайын көтмә. Бел, һәр бер нәмәнең үҙ ваҡыты: һин тарырға тейешле ваҡиға һине урап үтмәйәсәк, ә ишелергә тейеш булмаған нәмә ишелмәйәсәк, борсолорға сәбәп юҡ.
Ғәҙәти йәшәү рәүеше алып бар, артыҡ муллыҡтан һаҡлан, сөнки донъя ниғмәтенең артыҡлығы тулыһынса һине биләп ала, ә тән иркәлеге йәнгә яза бит ул.
Аллаһ Раббыбыҙ һиңә биргән барлыҡ бәрәкәтте юлыңда осраған һынауҙар менән сағыштыр. Шул ваҡыт аңларһың: һинең юғалтыуҙарың түгел, ә табыш, ҡаҙаныштарың күберәк бит.
Әгәр һиңә моңһоу икән, үҙеңә һәм башҡаларға файҙа килтерерлек бер хеҙмәт тураһында уйла һәм шул эшкә башың менән сум.