Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Октябрь 2024, 07:06

Был өлкә көндән-көн киңәйәсәк

1 октябрҙән  Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында «Мультироторлы пилотһыҙ осоу аппараттары белгесе һәм операторы» квалификация күтәреү программаһы старт алды.

Был өлкә көндән-көн киңәйәсәкБыл өлкә көндән-көн киңәйәсәк
Был өлкә көндән-көн киңәйәсәк

 Унда барлығы 50 кеше уҡый. Улар – Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге вәкилдәре.

Селтәрле программаны БДПУ һәм БР Фәнни-мәғариф үҙәге идара итеүсе компанияһы тормошҡа ашыра. Программаның маҡсаты - «30 килограмм һәм унан кәмерәк пилотһыҙ авиация системаларын файҙаланыу буйынса белгес» профессиональ стандартына ярашлы, тыңлаусыларҙа профессиональ эшмәкәрлекте үтәү өсөн кәрәкле яңы профессиональ компетенциялар булдырыу.

«Башҡортостан Республикаһы ғилми-етештереү үҙәгенең идара итеүсе компанияһы» директоры Наталия Латипова билдәләүенсә, бөгөн пилотһыҙ аппараттар төрлө өлкәләрҙә, шул иҫәптән фәндә, төрлө өлкәләрҙә - карбон полигондарында, агросекторҙа, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында файҙаланыла. –

– Һәм, әлбиттә, был өлкә көндән-көн киңәйәсәк. Шуға күрә пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итә алырлыҡ белгестәр әҙерләү мөһим. Бөгөн был курста  өҫтәмә квалификация алырға һәм һуңынан балаларҙы ошо оҫталыҡҡа өйрәтергә теләгән байтаҡ студенттар бар, һеҙ уларға пилотһыҙ авиация донъяһына юл асырһығыҙ. Был йыйылма команданың беренсе булыуына ышанам, әммә һуңғыһы түгел, - тип билдәләне ул.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас