Алып барыусы Владимир Соловьёв алғы һыҙыҡта махсус репортаж төшөргән. Эш барышында уға Әбйәлил районынан «Махмур» позывнойлы яугир осраған. Журналист менән аралашҡан мәлдә «Махмур» хәрби задание алған һәм шунда уҡ уны үтәй башлаған. Фотоһүрәттә ул уңдан беренсе.
Яҡташыбыҙҙың яҡындары видеорепортажды күреп бик ҡыуанғандыр. Яугирға имен-һау йөрөп ҡайтырға насип булһын!