Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Октябрь 2024, 12:30

«Ябайһың да, бөйөкһөң дә үҙең, Һиңә тиңме маҡтау, йыр ғына!»

Бөгөн баш ҡалабыҙҙың Колонналар залында   иң яҡшы башҡорт, рус, туған телдәр  һәм полилингваль күп йүнәлешле мәктәптәрҙә уҡыу фәндәрен ике телдә  һәм полилингваль нигеҙҙә алып барған уҡытыусылар  тәбрикләнде.

«Ябайһың да, бөйөкһөң дә үҙең, Һиңә тиңме маҡтау, йыр ғына!»«Ябайһың да, бөйөкһөң дә үҙең, Һиңә тиңме маҡтау, йыр ғына!»
«Ябайһың да, бөйөкһөң дә үҙең, Һиңә тиңме маҡтау, йыр ғына!»

Быйыл конкурста 198 уҡытыусының эштәре ҡаралғайны:  шуларҙың 75-е – башҡорт теле, 67-еһе – рус теле, 27-еһе – туған тел уҡытыусылары, 29-ы – күп йүнәлешле полилингваль мәктәп уҡытыусылары. Ҡотлау тантанаһында эштәре иң яҡшы тип табылған 100 уҡытыусыға  50-шәр мең  һум аҡсалата премия тапшырылды.

Бүләкләнеүселәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы  Андрей Назаров исеменән яҡынлашып килгән Уҡытыусылар көнө менән ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе.

– Һеҙ белем биреп кенә ҡалмайһығыҙ, республикабыҙға, туған телебеҙгә һөйөү ҙә уятаһығыҙ. Фиҙакәр хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! – тине ул сығышында.

Лариса Сәхибгәрәева Илеш районының Исәмәт мәктәбендә 14 йыл башҡорт теленән  уҡыта.

— Ошондай мәртәбәле сарала ҡатнашыуым менән  бик бәхетлемен. Республика етәкселегенә ҙур рәхмәт! Уҡытыусыларҙың хеҙмәтен ошолай ҙур баһалауҙары –  беҙгә ҙур мәртәбә, киләсәктә тырышып эшләргә дәрт бирә. Илһөйәр, телһөйәр, үҙ телен яратҡан балалар тәрбиәләү – заман уҡытыусыһы өсөн ҙур талап. Шуға ирешһәк, беҙ маҡсатыбыҙға ирешкәнбеҙ, тип әйтергә була.

Башҡорт телен өйрәтеп кенә ҡалмайым, дәресте төрлө мәҙәни сара, йәмәғәтселек менән бәйләп тә үткәрәм.   Матбуғат баҫмалары ла – дәрес үткәргәндә иң ҙур ярҙамсым. Уҡыусыларымды ижади яҡтан  да үҫтерәм, улар төрлө конкурста, «Халиҡов уҡыуҙары», «Харисов уҡыуҙары»нда ла призлы урындар яулай, –  ти Лариса Рәмил ҡыҙы.

Күгәрсен районы Мораҡ ауылындағы Зәйнәб Биишева исемендәге мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы  Илдар Сыңғыҙов иһә уҡыусыларҙа 11 йыл инде телгә һөйөү тәрбиәләй. Ул, етмәһә, белем усағы директоры, район советы депутаты ла.  

– Туған телебеҙ балаларға ыңғай тәьҫир итә. Бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәрим дә: «Туған телһеҙ бәләкәй ватан юҡ», – тип юҡҡа ғына әйтмәгән. Шуға балаларҙың өйҙә ата-әсәйҙәре менән башҡортса һөйләшеүе бик мөһим. Ҡайһы бер ғаиләләрҙә туған телдә аралашыу өсөн махсус көн бүленә. Минеңсә, бик матур традиция. Үҙемдең күҙәтеүем буйынса, олатай-өләсәйҙәрендә ҡунаҡта йыш булған балалар туған телен яҡшы белә.

Башҡорт телен киң танытыу, популярлаштырыу өсөн интернет селтәрендә йәнһүрәттәр, башҡортса фильмдар ҙа етерлек. Уҡыусыларым менән «Һеңлекәш» фильмын бик яратып ҡарағайныҡ. Үҙебеҙҙең районда Фәймә Аҡъюлованың «Тамырҙар» фильмында ла төшөү бәхете тейҙе, – ти ул.

Рәсимә Кәримова Әлшәй районының Раевка ауылында урынлашҡан  Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейында 30 йыл  башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Ул һәр бер уҡыусы менән ижади эшләп,  балаларҙың һәләтен үҫтереүгә күп көс һала.

– Уҡыусыларым менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында, «Кейекбаев уҡыуҙары», «Игебаев уҡыуҙары»,  үҙебеҙҙең лицейҙа үткән «Буранғол уҡыуҙары»нда  ҡатнашабыҙ. Һөҙөмтәләр бик матур, еңеүсе, призер булалар. Туған телдәр буйынса төньяҡ-көнсығыш, Аҡмулла олимпиадаһында йыл да ҡатнашмай ҡалмайбыҙ. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ үткәргән «Аҡмулла һүҙе» бәйгеһендә ике уҡыусым II урынға лайыҡ булды. Үткән йыл балалар менән эшләп, 200 мең һумлыҡ грант алғайным. Быйыл  50 меңлек  грант менән бүләкләнеүемә бик шатмын, – ти ул.

Әйткәндәй, Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарары менән  башҡорт теле һәм рус теле уҡытыусылары 2007 йылдан алып аҡсалата дәртләндерелә башлағайны. Барлығы 1 мең уҡытыусыға 50 мең һум күләмендә аҡсалата премия тапшырылды. Ә  2023 йылдан ул туған тел уҡытыусыларына һәм полилингваль күп йүнәлешле мәктәптәрҙә  уҡыу фәндәрен  ике телдә  һәм полилингваль нигеҙҙә  алып барған уҡытыусыларға ла бирелә.

 

Юлай КӘРИМОВ фотолары.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас