Рәсәй Президенты Владимир Путин хәрби хеҙмәттә булған ғәйепләнеүселәрҙе енәйәт яуаплылығынан азат итеү тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 78-1 статьяһына һәм РФ Енәйәт-процессуаль кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында федераль закон хоҡуҡи акттарҙың рәсми баҫылған сайтында урынлаштырылған.
Законға ярашлы, мобилизация осоронда хәрби хеҙмәт үткән йәки хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөгән ғәйепләнеүселәр суд процесы стадияһында енәйәт яуаплылығынан азат ителә. Ошо уҡ ҡағиҙә хөкөм ителгән, әммә законлы көсөнә инмәгән хөкөм ителгәндәргә лә ҡағыла.