Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Сентябрь 2024, 14:55

Һәр береһе үҙ өлөшөн индерә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Машина төҙөүселәр көнөндә Нефтекама ҡалаһынан Ғәрифйәновтар, Хәсәновтар, Нурғәлиевтар, Хафизовтар, Мөстәкимовтар хаҡында һөйләй.  Уларҙың «Нефаз» дағы  дөйөм хеҙмәт стажы 177 йыл тәшкил итә.  

Һәр береһе үҙ өлөшөн индерәҺәр береһе үҙ өлөшөн индерә
Һәр береһе үҙ өлөшөн индерә

Династия тарихы 1985 йылда башлана. Раил Ғәрифйәнов Нефтекама автозаводында технологик ҡорамалдарҙы ремонтлау цехына слесарь-ремонтсы булып эшкә урынлаша. Ошо уҡ предприятиела уның ҡатыны Ләйсән  дә эшләй. Ул 24 йыл инде йылылыҡ-энергия цехында һыуҙы химик таҙартыу менән шөғөлләнә. Уларҙың улы Наил ғаилә эшен дауам итә, ул атаһы менән бер цехта термист була.

Башҡа туғандары ла машиналар төҙөүсе була. Раил Ғәрифйәновтың һеңлеһе Рәйлә  Хәсәнова «НЕФАЗ»ға  38 йыл элек килгән, оҙаҡ ваҡыт келәтсе булып эшләгән. Заводта  уның улдары ла хеҙмәт итә, Ренат  – мастер, Рәмил – слесарь. Килене Дарья  – ҡаҙанлыҡ операторы, килендәре Анастасияның  әсәһе  Ольга Мөстәҡимова –  автобустарҙы буяу цехында контролер. Ғәрифйәновтарҙың ике туған һеңлеһе Фәнзилә Нурғәлиева ла «Нефаз» ға 29 йылын бағышлай, ул склад һәм тимер юл транспорты цехында эшләй. Ә уның һеңлеһе Гөлназ Хафизова – табип, 21 йыл заводта эшләүселәрҙең һаулығы тураһында хәстәрлек күрә.

– Был ҙур һәм татыу ғаиләлә һәр кем дөйөм эшкә – сифатлы автотехника сығарыуға һәм бөтә предприятиеның өҙлөкһөҙ эшләүенә үҙ өлөшөн индерә. Ошо хеҙмәт династияһын, шулай уҡ тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын Машиналар эшләү көнө менән ихлас ҡотлайым! – тип ҡотлай Радий Фәрит улы.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас