Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Сентябрь 2024, 13:01

Бөгөн Рәсәйҙә Машиналар эшләүселәр көнө билдәләнә

Республикабыҙ өсөн был сәнәғәт тармағы  – төп тармаҡтарҙың береһе. Былтыр уның өлөшө Башҡортостандағы бөтә сәнәғәт производствоһының 15 процентын тәшкил итте. Бик юғары күрһәткес. Беҙҙә был йүнәлештәге 300-гә яҡын предприятие бар.

Бөгөн Рәсәйҙә Машиналар эшләүселәр көнө билдәләнә
Бөгөн Рәсәйҙә Машиналар эшләүселәр көнө билдәләнә

Башҡортостанда машиналар эшләү тарихы  ХХ быуаттың беренсе яртыһында индустриялаштырыу процесы менән бергә башлана. Башта илгә ауыл хужалығын ҡайтанан йыһазландырырға кәрәк була, Ә Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән беҙгә хәрби техника булдырыусы күп заводтар эвакуациялана. Ул ҡаты йылдарҙа һәр өсөнсө авиация двигателе беҙҙең республикала етештерелә. Әлбиттә, урындағы иҡтисад өсөн нефть ятҡылыҡтарын асыу ҙур этәргес була. Бынан һуң нефть промыслаһы ҡорамалдары етештереү буйынса заводтар барлыҡҡа килә башлай.

Башҡортостандың машиналар эшләү тармағы үҫешен дауам итә. Мәҫәлән, компьютерҙар, электрон һәм оптик изделиелар былтырғы йыл менән сағыштырғанда,  20,2 процентҡа күберәк етештерелә башланы, ә электр ҡорамалдары – бер юлы 2,2 тапҡырға. Туймазы автобетоновоздар заводының уңыштары ҡыуандыра, унда борт һәм ярым борт прицептарын эшләү буйынса проект тормошҡа ашырыла.  Ошо айҡанлы етештереү күләмен 2 тапҡырға арттырыу мөмкин була, иң мөһиме  бер юлы 400 яңы эш урыны булдырыла.

Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә лә  ҙур проект бар. Предприятие донъяның иң яҡшы өлгөләренә тап килгән бишенсе быуын двигателе нигеҙендә юғары һөҙөмтәле газ турбиналы привод эшләй. Финанслау күләме – яҡынса 6 миллиард һум. Ә Күмертау авиация производство предприятиеһы Ка-32А11М янғын вертолетының импортты алмаштырған яңыртылған моделен әҙерләй башланы. Былтыр УНДА БПЛА сығарыу ҙа яйға һалынған.

– Хөрмәтле машиналар эшләүселәр! Һеҙҙең намыҫлы, ауыр, әммә республика һәм тотош ил өсөн мөһим хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! Һеҙ иҡтисадыбыҙ үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерәһегеҙ. Тиҙҙән һеҙҙең өлкәләге яңы революцион эшләнмәләр тураһында белербеҙ, тип ышанам! Алға! – тип ҡотлай Республика Премьер-министры Андрей Назаров.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

 

Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас