Арыҫландай ирҙәр китә араларҙан
Ҡайғылы хәбәр алып, тәрән тетрәнеү кисереп ултырабыҙ – Уйылдан Ғәлин Баҡыйлыҡҡа күскән. Арыҫлан кеүек ир уҙаманы ине бит әле ул. «Арыҫлан» ирҙәр клубы проекты төҙөп, мине нисә тапҡыр телевидениеға саҡырғайны. Тамашасылар араһында ҙур популярлыҡ яулаған программа булғайны ул. Берәй заман тағы ла шундай шәп проект эшләргә хыял бар, Сибәғәт ағай, тигәйне бер һөйләшкәндә. Хыял ғына булып ҡалды инде.
Йәнең йәннәттә булһын, Уйылдан ҡустым.
Сибәғәт Рахманғолов.