Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Сентября 2024, 11:00

"Мафия" реабилитация үтә

Яңауыл районынан яугир бик ауыр яраланған.

"Мафия" реабилитация үтә"Мафия" реабилитация үтә
"Мафия" реабилитация үтә

Яңауыл районынан яугир махсус операцияға киткәнсе нефтяник булып эшләгән. Быйылғы йылдың июль айында килешеү төҙөп, махсус хәрби операцияға алғы һыҙыҡҡа юллана. Ул бер нисә штурм операцияһында булырға өлгөргән.

Ул үҙенә "Мафия" ҡушаматын алған. Яңауыл районы хакимиәте мәғлүмәте буйынса, махсус хәрби операцияла алыштарҙың береһендә яугир бик ҡаты яраланған: һул ҡулын ярсыҡ тишеп үтә. Дауаханала муйынында тағы ла алты ярсыҡ табыла. Башта яугир Луганскиҙа дауалана, һуңынан уны Екатеринбургҡа күсерәләр.

Әлеге көндә "Мафия" өйҙә реабилитация курсы үтә. Уның ярҙамсылары - улдары нефть өлкәһендә тир түгә. Оҙаҡламай яугир аяҡҡа баҫҡас, тағы ла иптәштәре менән махсус хәрби операцияға юлланасаҡ. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас