Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Сентябрь 2024, 05:00

Сибай мэры вазифаһын башҡарыусы Сергей Кузнецов МХО-ға гуманитар ярҙам алып бара

Был хаҡта ул Хәмзә хәҙрәт менән осрашыуҙа белдерҙе. 

Сибай мэры вазифаһын башҡарыусы Сергей Кузнецов МХО-ға гуманитар ярҙам алып бараСибай мэры вазифаһын башҡарыусы Сергей Кузнецов МХО-ға гуманитар ярҙам алып бара
Сибай мэры вазифаһын башҡарыусы Сергей Кузнецов МХО-ға гуманитар ярҙам алып бара

Башҡорт батальондарының рухи остазы Хәмзә хәҙрәт Хафизов МХО зонаһынан ялға ҡайтты. Ул ялда булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең хеҙмәтен дауам итә.

Хәмзә-хәҙрәт Сибай мэры вазифаһын башҡарыусы Сергей Озерцов менән осрашты. Яҡтар хәрбиҙәргә ярҙам итеү мәсьәләләре хаҡында һөйләште, айырыуса Урал аръяғы халҡының һалдаттарға даими ярҙам итеүе билдәләнде. 

- Беҙ ихлас һөйләштек. Ул егеттәр һәм уларҙың көнкүреше хаҡында һөйләне. Хәмзә хәҙрәт алғы һыҙыҡта МХО башланғандан алып, тиерлек, күптәрҙе белә. Яугирҙар өсөн доға ҡыла, рухи яҡтан ярҙам итә, - тип белдерҙе мэр.

Сергей Озерцов октябрҙә Донбассҡа гуманитар ярҙам алып барырға ниәтләй.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас