Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентябрь 2024, 11:52

«Көньяҡ ҡапҡа» проекты 75 процентҡа әҙер!

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Өфөлә «Көньяҡ ҡапҡа» проектын тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде.

«Көньяҡ ҡапҡа» проекты 75 процентҡа әҙер!«Көньяҡ ҡапҡа» проекты 75 процентҡа әҙер!
«Көньяҡ ҡапҡа» проекты 75 процентҡа әҙер!

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев әйтеүенсә, бындағы объекттарҙың дөйөм төҙөлөш әҙерлеге 75 проценттан ашыу тәшкил итә. 15 ноябрҙә төҙөлөп ятҡан Пугачев урамының яртыһына хәрәкәтте ваҡытлыса юлдан күсереү планлаштырыла. Бынан һуң эштәр Пугачев урамының ҡалған яртыһында дауам итәсәк.

Ратмир Мәүлиев һөйләүенсә, бөгөнгө көндә Пугачев урамы участкаһында Геофизиктар урамынан Бородин урамына тиклем ике күсемһеҙ милек объекты буйынса суд процестары дауам итә, шуға бәйле был участкала эштәр 2025 йылдың өсөнсө  кварталында тамамланасаҡ.

– Беҙ үҙ эшебеҙҙе сифатлы башҡарырға тейешбеҙ. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында нимәлер күсерелһә, быны кешеләргә аңлатырға кәрәк, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас