Уға ярашлы, баш ҡалабыҙҙа ярыштар һәм эшлекле саралар ойоштороласаҡ. Әлеге ваҡытҡа 2 меңгә яҡын ғариза килгән дә инде. Был хаҡта Хөкүмәттең ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәһендә республиканың спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов хәбәр итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдең төп спорт форумы Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса үтәсәк.
Форумды үткәреүҙең төп урыны – Көрәш һарайы. Унда форумдың пленар ултырышын, эшлекле программаны, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса советты үткәреү планлаштырыла. Бынан тыш, Көрәш һарайында форум менән идара итеү үҙәге урынлашасаҡ, ул 1 октябрҙән тәүлек әйләнәһенә эшләй башлаясаҡ.
– Форумдың спорт өлөшө Өфөнөң биш спорт объектында барасаҡ. «Өфө-Арена»ла профессиональ бокс үтәсәк, унда донъяның иң яҡшы боксерҙары, шул иҫәптән Башҡортостандан, континент чемпионы титулы өсөн көрәшәсәк, кесе аренала керлинг буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары үтәсәк. Шулай уҡ ишеү слаломы буйынса «Ҡурай төбәге» халыҡ-ара ярыштары ла үтәсәк. Фехтование үҙәгендә «Салауат ҡылысы» халыҡ-ара ярышын үткәреү планлаштырылған. «Динамо» спорт комплексында юғары лиганың баскетбол буйынса Рәсәй чемпионаты уйыны үтәсәк», — тип һөйләне Руслан Хәбибов.
Шулай уҡ форумға ярашлы, махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашлығында «Ватанды һаҡлаусылар кубогы» төбәк-ара ярыштары үтәсәк. Ә спорт йөрөшөн яратыусылар «Спорт» һәм «Ҡала советы» туҡталыштары араһындағы араны йәйәү үтә ала. Маршрутҡа форумда ҡатнашыусылар иҫәбенән 25 мең самаһы кешенең сығыуы көтөлә, уларға олимпия уйындары чемпиондары һәм призерҙары, шулай уҡ ҡала халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары ҡушыласаҡ.
Һуңғы көндө Төбәк көнөн үткәреү планлаштырыла. Программала спорт йәмәғәтселеге һәм халыҡ өсөн асыҡ ишектәр көнө, күргәҙмә павильонына барыу ҡаралған. Көрәш һарайының универсаль концерт залында Башҡортостан Республикаһы Башлығы рәйеслегендә спорт һәм физкультура буйынса төбәк советының сираттағы киңәйтелгән ултырышы ла көтөлә.
Форумда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар ике йондоҙҙан биш йондоҙға тиклем Өфөнөң 15 ҡунаҡханаһында йәшәйәсәк. Шулай уҡ уларҙы йәшәтеү өсөн категорияһыҙ тағы 22 ҡунаҡхана буласаҡ. Форумды үткәреү ваҡытында полиция һәм ашығыс медицина ярҙамы бригадалары көсәйтеләсәк. Ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың бөтә йәшәү урындары тикшерелгән, транспорт та тикшерелгән.
Форум эшендә ирекмәндәр ҙә ярҙам итәсәк. Барлығы 500-гә яҡын ҡыҙ һәм егет эшләргә теләк белдергән.
Ойоштороу эше буйынса күп каналлы телефон да эшләй: 8-800-302-75-02.