Яңылыҡтар таҫмаһы
23 Сентября 2024, 12:40

Бындай саралар – тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы

Башҡортостан компаниялары сәнәғәт объекттарын төҙөү һәм проектлау өлкәһендә йыл һайын үткәрелеүсе Industrial construction/industrial design forum 2024 (ICID – 2024) Бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша ала. Сара 14 ноябрҙә  Екатеринбург ҡалаһында үтәсәк.

Бындай саралар – тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығыБындай саралар – тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы
Бындай саралар – тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы

– Республикабыҙ даими рәүештә ҙур халыҡ-ара конгрестарҙа һәм форумдарҙа ҡатнаша, унда төҙөлөш тармағы алдында торған стратегик мөһим мәсьәләләр һәм бурыстар тикшерелә. Бындай саралар тәжрибә уртаҡлашыу өсөн һөҙөмтәле коммуникация майҙансыҡтары булып тора, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов.

Бында ҡатнашыуға төҙөлөш һәм проект компаниялары, шулай уҡ реконструкция, төҙөлөш һәм проектлау өсөн яуаплы сәнәғәт ойошмалары белгестәре саҡырыла. ICID форумының төп бурыстарының береһе  – төҙөлөштә һәм проектлауҙа системалы проблемаларҙы хәл итеү.



Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас