Уны ауылдаштары, туғандары, ғаиләһе һәм яҡындары ҡаршы алды.
«Беҙ уларҙың һәр береһен һағынып та, һағышланып та көтөп алабыҙ. Тиҙерәк яҡшы хәбәрҙәр килеп, Еңеү менән бөтөнләйгә ҡайтып, тыуған еребеҙҙә, ауылыбыҙҙа тыныс тормошта йәшәргә насип булһын», - тип хәбәр итә ауыл халҡы.
- Улым өлөшләтә мобилизация башланғас, үҙ теләге менән махсус операцияға юлланды. Илебеҙгә килгән һынауға ҡарата битараф ҡала алманы, һәйбәт хеҙмәт итеп йөрөй, борсолабыҙ, әммә уға төрлө яҡлап терәк булырға тырышабыҙ, - тине яугирҙың әсәһе Римма Ансар ҡыҙы.
Ҡыйыулыҡ, батырлыҡ һәм тыуған яғына ҡарата мөхәббәт — былар барыһы ла ҡыйыу йөрәкле кешеләргә хас сифаттар. Улар беҙҙең өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө. Беҙҙең маҡсат — яугирҙарыбыҙға ныҡлы терәк һәм ышаныслы ярҙамсы булыу!