Белорет районында кис кис Малиновая тауында 60 йәшлек ир ҡаянан ҡолап төшкән, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.
Урынға медиктар һәм ҡотҡарыусылар ебәрелгән. Улар зыян күреүсегә тәүге ярҙам күрһәткән һәм уны квадроциклда урмандан сығарғандар. Белорет - Отнурок юлында табиптар ҡулына тапшырғандар.
Ир әлеге ваҡытта ауыр хәлдә реанимацияла. Тауҙа йөрөгәндә һаҡ булығыҙ!