Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентябрь , 12:04

Бала саҡтары бәхетле булһын!

Өфөгә Волга буйы федераль округының балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре «Бала саҡты ҡайтарыу» фестиваленә йыйылды.

Бала саҡтары бәхетле булһын!
Бала саҡтары бәхетле булһын!

Кисә Өфөлә «Бала саҡты ҡайтарыу» («Вернуть детство») Волга буйы федераль округы фестиваленең финал өлөшө старт алды. Проекттың маҡсаты - ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы яраҡлаштырыу һәм булышлыҡ итеү. Биш көн дауамында баш ҡалала «МастерОк», «Звезды детства», «Ума палата» конкурстары, спорт ярыштары, ашнаҡсылар ярышы, баскетбол буйынса турнир, билдәле спортсылар һәм блогерҙар менән осрашыуҙар, экскурсиялар һәм дискотекалар ойошторола. 

Бөгөн иртәнге сәғәт туғыҙҙан Өфөләге Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге ҡырмыҫҡа иләүеләй мыжғып тора. Бында баскетбол, өҫтәл теннисы, шашка һәм башҡа спорт ярыштары бара. Һарытау егеттәре баскетболда алдынғылыҡты бирмәй, әлбиттә, үҙебеҙҙекеләр ҙә һынатмай, өҫтәмә ваҡытта Удмурт республикаһы үҫмерҙәрен еңеп, ярышта көслө булыуҙарын күрһәттеләр. Шулай итеп, Һарытау - беренсе, Киров өлкәһе - икенсе, ә Башҡортостан өсөнсө урынды яуланы. Уның ҡарауы, беҙҙекеләр шашка буйынса беренселекте бирмәне. Икенселә - Пермь, өсөнсөлә - Мордва республикаһы. Өҫтәл теннисы буйынса ырымбурҙар еңеү яуланы, Һамар - икенсе, Пермь - өсөнсө. 

– Хөрмәтле дуҫтар! Беҙ бөйөк илдә, матур Рәсәйҙә йәшәйбеҙ. Спорт менән шөғөлләнеп, тулы ҡанлы тормош алып барғанда беҙ илебеҙҙе көслөрәк итәбеҙ. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың уңыштары, ҡаҙаныштары һәм еңеүҙәре ил үҫешенә ҙур өлөш индерә! – тап шундай һүҙҙәр менән башланды ярышты асыу тантанаһы.

Бөгөн фестиваль М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында тантаналы асыла.

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Бала саҡтары бәхетле булһын!
Бала саҡтары бәхетле булһын!
Бала саҡтары бәхетле булһын!
Бала саҡтары бәхетле булһын!
Бала саҡтары бәхетле булһын!
Бала саҡтары бәхетле булһын!
Бала саҡтары бәхетле булһын!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: