Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Сентябрь 2024, 12:45

Өфөлә “Көньяҡ ҡапҡа” проектын тормошҡа ашырыу ҡыҙыу бара

Пугачев урамының икенсе яртыһын файҙаланыуға тапшырыу 30 декабргә тиклем планлаштырылған.

Өфөлә “Көньяҡ ҡапҡа” проектын тормошҡа ашырыу ҡыҙыу бараӨфөлә “Көньяҡ ҡапҡа” проектын тормошҡа ашырыу ҡыҙыу бара
Өфөлә “Көньяҡ ҡапҡа” проектын тормошҡа ашырыу ҡыҙыу бара

Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә транспорт хәрәкәте менән тәьмин итеү өсөн 2022 йылда урау юл төҙөлдө.

1 октябрҙә төҙөлгән Рыленко урамы һәм Степан Кувыкин урамына сығыу урыны булған Рыленко һәм Пугачев урамдары киҫелешендәге юл айырсаһы буйлап хәрәкәтте башлау планлаштырыла. Шулай итеп, юл ағымының бер өлөшө ошо юл айырсаһы аша йүнәлтеләсәк.

Бынан тыш, 31 октябрҙә хәрәкәтте ваҡытлыса юлдың бер өлөшөнән (схемала ҡыҙыл төҫтә) Пугачев урамының яртыһына күсереү планлаштырыла. Урамдағы 314-се торлаҡ йорттан алып «Лента» гипермаркетына тиклем дүрт һыҙаттың икеһе буйынса (схемала зәңгәр төҫтә) транспорт хәрәкәте барасаҡ. Артабан хәрәкәт ике һыҙатлы юл буйлап Геофизиктар урамына тиклем дауам итәсәк. Геофизиктар урамынан Генерал Рыленко урамына тиклем участкала урынлашҡан йорттарҙа йәшәүселәр өсөн юлға асфальт-бетон ҡатламы һалына.

Шул уҡ ваҡытта юлсылар Дуҫлыҡ монументынан алып Ағиҙел урамына Пугачев урамындағы соҡорҙарҙы ремонтлауҙы дауам итә.

Пугачев урамының икенсе яртыһын файҙаланыуға тапшырыу 30 декабргә тиклем планлаштырылған (схемала йәшел төҫ).

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас