Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Сентября 2024, 05:42

«Минең илем – минең Рәсәй» конкурсы ҡатнашырға саҡыра

Бөтә Рәсәй «Минең илем – минең Рәсәй» авторлыҡ проекттары конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә.

«Минең илем – минең Рәсәй» конкурсы ҡатнашырға саҡыра«Минең илем – минең Рәсәй» конкурсы ҡатнашырға саҡыра
«Минең илем – минең Рәсәй» конкурсы ҡатнашырға саҡыра

Конкурста ҡатнашыусыларға үҙҙәре йәшәгән ҡала һәм ауылдарҙы социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү башланғысы менән проект тәҡдим итергә кәрәк. Ғаризалар 2024 йылдың 30 сентябренә тиклем ҡабул ителә: vk.cc/cllRFT.

➡ Конкурста ҡатнашыусыларҙың категориялары:

- 14 йәштән 17 йәшкә тиклем;
- 18 йәштән 35 йәшкә тиклем;
- йәш буйынса сикләү юҡ («Минең педагогик башланғысым», «Минең ғаиләм: быуындар күсәгилешлелеге, ҡиммәттәр һәм асыл» номинацияларында ҡатнашыу);
- 13 йәшкә тиклем («Тылсымлы шәжәрә ептәре» махсус балалар номинацияһында ҡатнашыу).

🥇 Номинацияларҙың тулы исемлеге — ошонда: vk.cc/cbvxhP.

Конкурста ҡатнашыу нимә бирә:

- партнер ойошмаларҙа стажировка үтеү һәм эшкә урынлашыу;
- конкурстан һуң бушлай белем биреү программалары;
– партнерҙарҙың «Сәйәхәттән дә артығыраҡ» программаһы буйынса Рәсәй буйлап сәйәхәткә сертификат;
- дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашлығында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы;
- федераль кимәлдә үҙеңдең проектың менән таныштырыу, төбәк һәм ил үҫешенә шәхси өлөш индереү мөмкинлеге;
- мәғлүмәти ярҙамы;
- Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән фекерҙәштәр менән танышыу.

Тулыраҡ мәғлүмәт — конкурстың рәсми сайтында: vk.cc/a6eeFU.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас