– Һуңғы алты йыл республика өсөн бик ҡатмарлы йыл булды. Шуға ҡарамаҫтан, Радий Хәбиров тарафынан бик күп эштәр башҡарылды. Ул эшен белгән оҫта етәксе итеп танытты, халҡыбыҙға, республикабыҙға хеҙмәт итергә ынтыла. Был өлкәлә күп уңыштарға ирешә.
Радий Фәрит улы Башҡортостан Башлығы вазифаһын үтәй башлауына арналған тантаналағы сығышында республикабыҙҙы нисек күрергә теләүен дә белдерҙе. Әлбиттә, иҡтисад тәүге урынды биләй. Иҡтисади үҫешһеҙ башҡа бер ниндәй проекттарҙы ла тормошҡа ашырыу мөмкин түгел. Ул идара иткән осорҙа ҙур инфраструктура проекттары тормошҡа ашырылды, сәнәғәт предприятиелары барлыҡҡа килде. Киләһе биш йылға ул тағы ла ҙурыраҡ бурыстар ҡуя. Республикабыҙ сәскә атһын өсөн ниндәй объекттар күрергә теләүен дә һанап үтте. Радий Хәбиров сәнәғәт үҫеше йыл һайын биш процентҡа күтәрелеүен теләй. Республикабыҙҙа төҙөләсәк яңы предприятиелар эшсе көстәрҙе ситкә ебәреүҙе туҡтатасаҡ. Радий Фәрит улы яңы ғына республика менән етәкселек итә башлаған осорҙа сит-яҡтарҙа, Себерҙә эшләүселәрҙе үҙебеҙгә ҡайтып, республикабыҙҙы күтәрергә саҡырғайны. Ул сәнәғәтте үҫтереп, республикала эшсе көстәр, йәштәрҙең ҡалыуын теләй.
Инагурация мәлендә залда йәштәр ҙә күп ине. Улар – төрлө олимпиада, конкурс еңеүселәре. Радий Фәрит улы һәләтле, талантлы йәштәрҙе республикабыҙҙа ҡалып, үҙебеҙҙең юғары уҡыу йорттарында уҡырға саҡырҙы. Был йәһәттән Башҡортостанда заманса уңайлы шарттар, мөмкинлектәр булдырыла. Ул идара иткән осорҙа Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡорт дәүләт авиация техник университеттары берләштерелеп, Өфө фән һәм технологиялар университеты барлыҡҡа килде. Уларҙы берләштереү был юғары уҡыу йортона Рәсәйҙә яңы бейеклектәргә күтәрелергә мөмкинлек бирә, студенттарға яңы юлдар аса. Һәләтле йәштәр үҙебеҙҙә ҡалһын, Мәскәү, Ҡазан, Санкт-Петербург ҡалаларына китмәһен өсөн барыһы ла эшләнә. Республикабыҙ киләсәге – йәштәр ҡулында, быны Башҡортостан Башлығы аңлап, уны хәл итеү юлдарын эҙләй.
Беҙ республикабыҙҙың бай һәм үҫешкән булыуын күрһәтеү өсөн туристарҙы йәлеп итәбеҙ. Был өлкәлә лә Радий Фәрит улы күп эштәр башҡарҙы: «Шүлгәнташ» музей-экскурсия комплексын төҙөкләндерелде, «Торатау» этнокомлексы төҙөлдө, күсмә цивилизациялар музейы барлыҡҡа килде... Радий Фәрит улы вазифаһын үтәй башлауға арналған тантанала һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә борсоған проблемаларҙы ла телгә алды. Ул, барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә, улар оҙаҡ һәм лайыҡлы йәшәргә тейеш, тип белдерҙе. Республикабыҙҙа ғүмер оҙонлоғо – 73 йәш, алдағы киләсәктә уны 78 йәшкә тиклем еткереү күҙаллана. Бының өсөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһен нығытырға, поликлиникаларҙы үҙгәртеп ҡорорға кәрәклеген еткерҙе.
Радий Хәбиров әйткәнсә, беҙҙең республикабыҙҙа һәләтле, белемле, мәҙәниәтле кешеләр йәшәргә тейеш. Әлбиттә, халыҡтар дуҫ-татыу йәшәгәндә, милләт-ара татыулыҡ булғанда ғына беҙ ҙур маҡсаттарға ирешербеҙ, – ти Нурислам Мирхәйҙәр улы.