Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Сентябрь 2024, 07:30

«Приздар төнө»ндә даланлыларға бәхет йылмайҙы

Һайлауҙың һуңғы төнөндә 130 бүләк уйнатылды. Бүләк отмаһағыҙ, ҡайғырмай тороғоҙ әле, 13 сентябрҙә теркәлгән билеттар «Ҙур рәхмәт» суперприздар уйнатыуҙа ҡатнашасаҡ. Шәп бүләктәр уйнатыласаҡ:  өс фатир, автомобиль, Сочиға тур, Башҡортостан шифаханаларына һәм ял йорттарына юлламалар.

«Приздар төнө»ндә даланлыларға бәхет йылмайҙы«Приздар төнө»ндә даланлыларға бәхет йылмайҙы
«Приздар төнө»ндә даланлыларға бәхет йылмайҙы

«Приздар төнө»ндә «Рәхмәт» республика акцияһына теркәлгәндәр араһында бүләктәр осраҡла һайлап алыу программаһы ярҙамында үткәрелде.

Ейәнсура районынан һайлаусылар велосипед һәм смартфон отто, ә велосипед менән телевизор Архангел районына  юлланасаҡ.

Яңауыл районынан еңеүселәр смартфон һәм робот-саң һурҙырғыс хужалары булды. Квадрацикл менән ял көнө туры Иглиндәргә эләкте.

 Туймазы районында йәшәүселәргә телевизор һәм смартфон отоу бәхете тейҙе. Шаран районынан акцияла ҡатнашыусылар телевизор менән электровелосипед отто.

Бөрйән районы вәкилдәренә лә уңыш йылмайҙы. Улар велосипед һәм телефон эйәһе булды.  

Октябрьский ҡалаһынан теркәлеүселәр  кофемашина һәм телевизор аласаҡ. Смартфон һәм велосипед Балаҡатай районы еңеүселәрен көтә.

 Көйөргәҙеләр  ике телевизор отто. Термопот һәм кофемашинаны Ҡыйғы районынан еңеүселәр килеп аласаҡ. Йылайыр районы вәкилдәре телевизор һәм смартфон эйәһе булды.

Телевизор һәм робот-саң һурҙырғыс – Стәрлетамаҡҡа, смартфон һәм телевизор Борай районына юллана. Шишмә районынан «Рәхмәт»  акцияһында ҡатнашыусылар Башҡортостан шифаханаһында  ял итә һәм яңы велосипедта йөрөй аласаҡ.

Стәрлетамаҡ районынан акцияла ҡатнашыусылар велосипед һәм телефон отто. Ағиҙел ҡалаһына телевизор һәм ноутбук ебәреләсәк. Ике велосипед Илеш районынан теркәлеүселәргә эләкте, Межгорье ҡалаһыныҡылар  смартфон менән аҡыллы колонка эйәһе булды.

 Нефтекамала йәшәүселәргә  смартфон һәм ял көнөндә ял итеү туры сыҡты. Ноутбук менән велосипед Баҡалылар бәхетенә йылмайҙы.

Аҡыллы колонка һәм смартфон – Йәрмәкәй районына, ә велосипед менән телевизор Ауырғазы районына юлланасаҡ.

Күмертау ҡалаһынан бәхетлеләр велосипед менән аҡыллы колонка отто, ә Ишембайҙарға телевизор менән аҡыллы колонка эләкте.

Бөрө районыныҡылар – аҡыллы колонка һәм смартфон, Учалылар телефон һәм ноутбук  отто.

Ике смартфонды Салауат ҡалаһы вәкилдәре аласаҡ, ә ике смартфон, ноутбук, термопот, велосипед өфөләр ҡулына эләгәсәк.

Тәтешлеләр – ике аҡыллы колонка, белореттар 2 телевизор отто. Ә Балтас районына робот-саң һурҙырғыс һәм аҡыллы колонка китәсәк.

Ҡырмыҫҡалылар ҙа бик даланлы, улар аҡыллы колонка һәм смартфон отто. Саҡмағош районынан ҡатнашыусыларға –  смартфон, телевизор, дүртөйлөләргә термопот һәм аҡыллы колонка эләкте. Сибайҙар смартфон менән аҡыллы колонка эйәһе булды.

Бәләбәйҙән ҡатнашыусыларға ике смартфон тапшырылһа, Благовещендан еңеүселәр смартфон менән велосипедлы булды. Салауаттан теркәлеүселәр смартфон һәм телевизор аласаҡ.

Мәләүез районынан акцияла ҡатнашыусылар термопот менән электровелосипед эйәһе булды.

Өфө районынан даланлылар термопот менән смартфон отһа, бишбүләктәр – велосипед менән смартфон, федоровкалар смартфон менән веловипед аласаҡ.

Благовар районынан ҡатнашыусылар аҡыллы колонка менән кофемашинаға эйә булды.

Хәйбулла районынан – ике телевизор, Стәрлебаш районына велосипед һәм аҡыллы колонка юлланасаҡ.

Ғафури районында йәшәүселәргә робот-саңһурҙырғыс менән велосипед эләкһә, мишкәләргә – термопот менән велосипед.

Нуриман районына ойоштороусылар велосипед менән электросамокат юллаясаҡ. Ә велосипед менән аҡыллы колонка Ҡалтасы районынан ҡатнашыусыларға эләкте.

Әлшәйҙәр – смартфон менән аҡыллы колонка, бүздәктәр смартфон менән мопед аласаҡ. Ә аҡыллы колонка менән велосипед  Дыуан районында йәшәүселәрҙең бәхетенә тейҙе.

 Ҡариҙелдән теркәлеүселәр смартфон менән ноутбукка хужа булды, дәүләкәндәргә смартфон тапшырыласаҡ.

Миәкәләргә ноутбук менән аҡыллы колонка эләкһә, мәсетлеләр электросамокат менән робот-саң һурҙырғыс отто. Баймаҡ районына 2 телевизор юлланасаҡ. Әбйәлил районан һайлаусылар телевизор менән велосипед эйәһе булды. Асҡын районыныҡылар бәхетенә телевизор һәм аҡыллы колонка төштө.

Тағы ике ҡиммәтле приз – робот-саң һурҙырғыс һәм ял көндәре туры Кушнаренко районынан ҡатнашыусыларға эләкте. Күгәрсен районы еңеүселәренә ике велосипед юлланасаҡ. Отош Краснокамаларҙың ике смартфон отоуы менән тамамланды.

Еңеүселәр тураһында мәғлүмәтте рахмат102.рф сайтында алырға була.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас