Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентябрь 2024, 13:30

Саҡмағош районы башлығы МХО-ла яраланған яҡташтары янында булды

Реканс Йәмәлиев Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам алып барҙы.

Саҡмағош районы башлығы МХО-ла яраланған яҡташтары янында булдыСаҡмағош районы башлығы МХО-ла яраланған яҡташтары янында булды
Саҡмағош районы башлығы МХО-ла яраланған яҡташтары янында булды

 

Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡта һөйләне.

Уның әйтеүенсә, район етәкселеге Саҡмағош егеттәре хеҙмәт иткән Запорожье, ЛХР һәм ДХР подразделениеларына барған. Реканс Йәмәлиев хәрбиҙәр менән аралашып уларҙың ихтыяжын асыҡлаған, посылкалар тапшырған. Бынан тыш, район башлығы яралы һалдаттар дауаланған госпиталгә лә барған. Пациенттарҙы тәжрибәле табиптар яҡшы ҡарай, дауалай, тип яҙҙы ул.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был Башҡортостандан килгән 130-сы гуманитар ылау.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас