Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентябрь 2024, 03:45

Бөгөн – һайлауҙың һуңғы көнө

Йәмәғәт палатыһы рәйесе урынбаҫары, һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы етәксеһе Лида Исәрғәкова әйтеүенсә, тәртип боҙоуҙар күҙәтелмәгән.

Бөгөн – һайлауҙың һуңғы көнөБөгөн – һайлауҙың һуңғы көнө
Бөгөн – һайлауҙың һуңғы көнө

– Беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ тәүге көндән Баймаҡ, Сибай, Учалы райондарында һәм Өфө ҡалаһында әүҙем эшләй. Әлеге көндә 20 һайлау участкаһын йөрөп сыҡтыҡ. Шуға беҙ халыҡтың кәйефе нисек булыуын, нисә кеше һайлауға килеүен әйтә алабыҙ. Һайлау ғәҙел бара. Йәмәғәт күҙәтеүселәре, Йәмәғәт палатаһы штабы ағзалары ярҙамында беҙ һәр бер һайлау участкаһы буйынса бөтә картинаны күрәбеҙ. Бөгөнгә тәртип боҙоуҙар теркәлмәне.

Бөтә йәмәғәт күҙәтеүселәренә иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем һайлау барышын фото-видеоға төшөрөү рөхсәт ителгән. Ә төнгөлөккә камераны ҡалдырырға ярамай. Шуға бәйле генә кисә бер хәл булды. Ә башҡа яҡтан барыһы ла тыныс. Бөгөнгә  социаль селтәрҙәрҙә һайлау буйынса 12 мең яҙма урынлаштырылған. Тәртип боҙоуҙар күҙәтелмәүе, беҙҙе ҡыуандыра. Эшебеҙҙе дауам итәбеҙ, – ти Лида Сәғит ҡыҙы.

 Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов әйтеүенсә, журналистар яғынан тәртип боҙоуҙар күҙәтелмәгән. Сайтҡа, социаль селтәрҙәргә күп материалдар урынлаштырыла.

 

 

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас