Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Сентября 2024, 05:00

Өфөнән Мавриндар ғаиләһе «Рәхмәт-2024» акцияһында ҡатнашып телевизор отҡан!

«Рәхмәт» акцияһында 65 приз уйнатылған.

Өфөнән Мавриндар ғаиләһе «Рәхмәт-2024» акцияһында ҡатнашып телевизор отҡан!Өфөнән Мавриндар ғаиләһе «Рәхмәт-2024» акцияһында ҡатнашып телевизор отҡан!
Өфөнән Мавриндар ғаиләһе «Рәхмәт-2024» акцияһында ҡатнашып телевизор отҡан!

«Беҙгә шылтыратып призды тапшырырға саҡырғандарында ла ышанманыҡ. Бына әле телевизорҙы ҡулға алғас, еңеүемә ышандым», — ти Эльвира Маврина.

Ә ноутбук шулай уҡ Өфөлә йәшәгән Анастасия Патрикееваның өлөшөнә төшкән.

«Мин тәүгә отошта еңәм. Бөгөнгө көн файҙалы ла, күңелле лә булды. Файҙаһы – һайлауға барҙым, ә күңеллеһе – ул отошта еңеү. Ике бала әсәһемен. Береһенең компьютеры бар. Икенсеһенеке юҡ. Уға булыр. Ышанырға кәрәк икән. Мин иртә менән тауыш бирҙем һәм шунда уҡ купонды теркәгәйнем», – ти еңеүсе.

Бөгөн йәмәғәт матбуғат үҙәгендә «Рәхмәт» акцияһының ойоштороу комитеты вәкиле Римма Бикмырҙина һөҙөмтәләр хаҡында һөйләне. Йәмғеһе 65 приз уйнатылған, улар араһында: квадроцикл, питбайк, 65 дюймлы телевизорҙар, ноутбуктар, кеҫә телефондары, партнер-магазиндарға сертификаттар, робот-саң һурҙырғыс һәм башҡа көнкүреш техникаһы. Күпселек приздар еңеүселәргә тапшырылған, бөгөн иһә квадроциклды килеп аласаҡтар.  

Өфөнән Мавриндар ғаиләһе «Рәхмәт-2024» акцияһында ҡатнашып телевизор отҡан!
Өфөнән Мавриндар ғаиләһе «Рәхмәт-2024» акцияһында ҡатнашып телевизор отҡан!
Өфөнән Мавриндар ғаиләһе «Рәхмәт-2024» акцияһында ҡатнашып телевизор отҡан!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас