Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Сентябрь 2024, 07:30

Дини лидерҙар тауыш бирҙе

Һайлау хоҡуғы кешегә иң тәүҙә Аллаһ тарафынан бирелгән, ти Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин.

Дини лидерҙар тауыш бирҙеДини лидерҙар тауыш бирҙе
Дини лидерҙар тауыш бирҙе

Республиканың дини лидерҙары Башҡортостан Башлығын һайлауҙа ҡатнашты. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин Өфө районының Зубов ауылында урынлашҡан һайлау участкаһына килде. Уның әйтеүенсә, был һәр кем өсөн гражданлыҡ бурысы ғына түгел, изге бурыс тип һанала.

«Һайлау хоҡуғы кешегә Аллаһ тарафынан һәм Рәсәй Конституцияһы тарафынан бирелгән. Беҙ тыныслыҡ, тотороҡлолоҡ һәм тәртип өсөн тауыш бирәбеҙ», – тип белдерҙе Тәлғәт Тажетдин.

Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин Өфөләге 238-се һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Исламда кешенең әүҙем тормош позицияһы менән йәшәүе хупланыла, тине хәҙрәт.
Дини лидерҙар тауыш бирҙе
Дини лидерҙар тауыш бирҙе
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас