Ул 6, 7, 8 сентябрҙә дауам итәсәк. Был көндәрҙә, ғәҙәттәгесә, «Башҡортостан Башлығын һайлау – 2024» йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй. Унда эшләүселәр өс көн буйына һайлау барышын яҡтыртасаҡ. Йәмәғәт матбуғат үҙәге иртәнге сәғәт 8-ҙә Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан Республикаһы гимндары менән асылды.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов хәбәр итеүенсә, республикабыҙҙа 3302 һайлау участкаһы эшләй. Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә көн дауамында политологтар, эксперттар сығыш яһаясаҡ, һайлау участкаларынан тура бәйләнеш ойоштораласаҡ, медицина учреждениеларында тауыш биреү нисек үтеүен дә белеү мөмкинлеге буласаҡ.
Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов әйтеүенсә, йәмәғәт матбуғат үҙәгендә аккредитация үткән журналистар эшләй, район гәзиттәре хәбәрселәре илебеҙҙәге мөһим сараны яҡтыртыуға йәлеп ителгән.