Виртуоз ҡумыҙсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында урынлашҡан һайлау участкаһына бөтә ғаиләһе менән килгән. Виртуоз ҡумыҙсы һайлаусылар һәм күҙәтеүселәр өсөн ҙур бер концерт ойошторған. Ошо хаҡта һайлау участкаһында эшләгән блогер-күҙәтеүсе Гөлнара Рамаҙанова хәбәр итте.
- 144-се һайлау участкаһы яҡшы эшләй. Әүҙемлек юғары кимәлдә. Һайлаусыларҙың 40 проценты килгәндер, тип иҫәпләйем. Улар ғаиләләре менән килә, байрамға килгән һымаҡ дәртлеләр. Күптәр милли кейемдә килә, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов үҙе бер ҙур концерт ойошторҙо. Кешеләрҙе "Рәхмәт" акцияһы ҡыҙыҡһындыра, купондарҙы үҙҙәре һорап алалар, - тип уртаҡлашты Гөлнара Рамаҙан ҡыҙы.