Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Сентябрь , 13:00

Билдәле яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов үҙ тауышын бирҙе

Уның бер йәшлек улы Аяз икенсе тапҡыр һайлауҙа ҡатнаша.

Билдәле яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов үҙ тауышын бирҙе
Билдәле яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов үҙ тауышын бирҙе

Билдәле яҙыусы, Башҡортостан Яҙыусылары союзы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәтов ҡатыны Айгөл һәм улы Аяз менән һайлау участкаһына килде һәм үҙ тауышын бирҙе. 

- Һайлауҙың өс көн барыуы бик уңайлы. Кешеләр үҙҙәренә уңайлы көндә үҙ тауышын бирә ала. Мәҫәлән, мин бөгөн кис Махачкала ҡалаһына эш сәфәре менән юлға сығам. Шуға күрә бөгөн иртә менән Башҡортостан Башлығын һайланым. Беҙ бөтә ғаилә менән һайлауға йөрөйбөҙ. Кескәй улым Аязға әле ике йәш тә тулмаған, ул икенсегә һайлауҙа ҡатнаша. Беҙҙең һайлау участкаһы йортобоҙ янында яңы асылған Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә урынлашҡан. Киләсәктә унда ғаиләбеҙ менән һыу инергә, спорт менән шөғөлләнергә йөрөргә ниәтләйбеҙ. Һуңғы ваҡытта республикабыҙҙа бындай спорт үҙәктәре күбәйҙе, шуныһы ҡыуандыра, - ти яҙыусы.

 
Билдәле яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов үҙ тауышын бирҙе
Билдәле яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов үҙ тауышын бирҙе
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: